Белем һәм тәрбиә
16 Август 2022, 12:30

Аманатҡа тоғролоҡ

“Өйҙө һатып булһа ла, балаларҙы уҡыт”

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Учалыла ғына түгел, республикала ла билдәле Минһажетдиновтарҙың уҡытыусылар династияһы 1916 йылда башлана, уларҙың дөйөм стажы 600 йылдан күберәк тәшкил итә.

Данлыҡлы династияға нигеҙ һалған Хәләф Минһажетдин улы Минһажетдинов Ҡобағош ауылында тыуып үҫә. Заманына күрә ғаилә хәлле йәшәй, Хәләф Ҡарағужа мәсетенә йөрөп, Әйүп имамдан башланғыс белем ала. Һуңынан уны ата-әсәһе Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә.

Мәҙрәсәне тамамлағас, 1916 йылда Хәләф Минһажетдин улы Рәсүл ауылында хеҙмәт юлын башлай. Унда бер йыл уҡытҡас, тыуған ауылына ҡайта һәм олатаһының йортонда мәктәп аса. Ул заманда ата-әсәләр балаларын совет фәндәренә уҡытырға бик атлығып бармай, күптәре мәсет­тәрҙә алған белем дә етә тип иҫәпләй, шуға күрә мөғәллим балаларҙы өй беренсә йөрөп йыя.

1930 йылға тиклем Хәләф Минһажетдин улы уҡытыусы булып эшләй. Әүҙем, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнап йәшәгән  ир уҙаманы коллективлаштырыу осоронда ҡатнаша, колхоз рәйесе итеп һайлана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яла яғып, 1937 йылда уны ҡулға алалар. Үлгәндән һуң, 1968 йылда ғына Хәләф Минһажетдиновты реабилитациялайҙар.

Алты бала менән яңғыҙы ҡалған ҡатынынан ул балаларын белемле итергә тырышыуын үтенә.

Өлкән улдары Жәүәт, атаһы юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай – Сермән педагогия училищеһын тамамлап, Ҡобағош мәктәбендә уҡыта башлай. Грамоталы, киң даирәле йәш белгес ауылдаштарының хөрмәтен яулай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы Минһажетдиновтар ғаиләһен дә урап үтмәй. Жәүәт тәүгеләрҙән булып фронтҡа китә. Һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтһа ла, уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.

17 йәшендә генә Фуат та үҙ теләге менән тыуған илен фашист илбаҫарҙарынан азат итергә һуғышҡа йүнәлә, әммә Еңеү көнөнә тиклем бер ай ҡалғас, Австрия ерендә һәләк була.

Апалы-һеңлеле Хаят менән Хәжәргә һуғыш афәтенең бар ауырлығын татырға тура килә. Уҡыуға һәләттәре һәм теләктәре көслө булһа ла, белем алырға насип итмәй.

Ғаиләлә иң бәләкәйҙәр Марат менән Рауза аталарының хыялдарын тулыһынса тормошҡа ашыра. Минһажетдиновтарҙың кинйә улдары Ҡаҙаҡҡол мәктәбен уңышлы тамамлап, Белорет педагогия училищеһында уҡый, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала. Аспирантурала уҡып, 29 йәшендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 38 йәшенә тиклем йөҙләгән фәнни эш әҙерләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй китә яҡты донъяларҙан.

“Марат Минһажетдинов иҫән булһа, бөйөк башҡорт ғалимы булып танылыр ине”, – тип яҙа уның тураһында замандашы Ғайса Хөсәйенов.

Рауза Хәләф ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙма. Беренсеһе – Учалы ҡалаһының 1-се мәктәбенә уҡытыусы итеп ҡабул итеү, икенсеһе 34 йылдан һуң хаҡлы ялға сығыу айҡанлы  эштән китеү тураһында.

Атаһынан бер йәшлек кенә булып ҡалған Рауза тырыш, маҡсатлы, яңылыҡҡа ынтылыусан булып буй еткерә. Мәктәптән һуң, Стәрлетамаҡта белем ала. Ярҙам итер кешеһе булмағас, йәйгеһен емеш-еләк йыйып һатып, кешеләргә бесән эшләп, өҫтөн бөтәйтергә аҡса таба.

Минһажетдиновтарҙың өсөнсө быуыны ла йәш быуынды лайыҡлы тәрбиәләүгә күп көс һала. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Әлмира Жәүәт ҡыҙы Ишембай районының Сәлих ауылы мәктәбендә 37 йыл эшләй, директор урынбаҫары, директор була.

Хаят Хәләф ҡыҙының Вилиә, Бану ҡыҙҙары, Наил улы ла мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вилиә Ғәлләм ҡыҙы менән Наил Ғәлләм улы бик иртә мәрхүм була.

Хәжәр Хәләф ҡыҙының ҡыҙҙары Хәдижә, Сажидә, Хәсибә, Сәрүәр ҙә ғүмерҙәре буйы педагог һөнәренә тоғро ҡалалар.

–  Беҙҙең династияла 49 педагог иҫәпләнә, шуларҙың 42-һе – юғары белемле. Ике филология фәндәре һәм ике физика-математика фәндәре кандидаттары бар. Дүрт кеше Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исемен йөрөтә. Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булыусылар ҙа күп. Олатайыбыҙҙың аманатын үтәп, быуыныбыҙҙың йәш вәкилдәре лә педагог һөнәрен һайлауына сикһеҙ шатмын. Шундай данлыҡлы династиянан булыуым менән ғорурланам, шул уҡ ваҡытта был ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Минһажетдиновтарҙың уҡытыусылар династияһы артабан да дауам итер, беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ҙә һынатмаҫ тип ышанам, – тигән өмөттәрен белдерҙе 35 йыл балалар баҡсаһында педагог, мөдир булып хеҙмәт иткән Хәсибә Мөхәмәҙей ҡыҙы.

 

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас