Белем һәм тәрбиә
16 Август 2022, 12:33

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәй

Бүләковтар династияһы вәкилдәре 210 йыл ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған.

Бүләковтар династияһын бөгөнгө көндә Фәнил Нил улы дауам итә.Бүләковтар династияһын бөгөнгө көндә Фәнил Нил улы дауам итә.
Бүләковтар династияһын бөгөнгө көндә Фәнил Нил улы дауам итә.

Учалы районында балаларға белем биреү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, халыҡ һөйөүен яулаған уҡытыусылар династиялары мәғариф өлкәһенең ҡалҡаны, ныҡлы терәге булып тора. Шундай династияларҙың береһе һаналған Бүләковтар 210 йыл ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған.

Остаздар династияһына нигеҙ һалған Хәким Ниязғол улы Бүләков эшлекле, маҡсатлы, изге күңелле, үҙ ваҡытына күрә уҡымышлы кеше була. Педагогик белем алғас, 1927 йылда хеҙмәт юлын Һөләймән  башланғыс  мәктәбе  мөдире булып  башлай. 1935 – 1939  йылдарҙа Учалы районының колхоз мәктәбендә директор итеп тәғәйенләнә.  Алдынғы ҡарашлы, ойоштороу һәләтенә эйә йәш  етәксе мәктәпте районда алдынғы уҡыу йортона әйләндереүгә, учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға ҙур өлөш индерә. 1940 – 1941 йылдарҙа Хәким Бүләковты Ҡарт-Балбыҡ башлан­ғыс мәктәбенә мөдир итеп тәғәйенләй­ҙәр. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Хәким Нияз­ғол улы үҙен талапсан, бурыстарына етди ҡараған белгес, аҡыллы етәксе итеп таныта.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Бүләков тәүгеләрҙән булып тыуған илен фашист илбаҫарҙарынан азат итергә фронтҡа китә. Һуғышты артиллерист булып үтеп, Берлинғаса етә. Хәким Бүләков яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бик күп миҙал-ордендар менән бүләкләнә.

Фашистарҙы үҙ өңдәренә тиклем ҡы­уып, дөмөктөрөп, тыуған яғына еңеү ме­нән ҡайтҡан яугир ҡаты контузия алһа ла, педагогик эшмәкәрлеген дауам итә.

Ике йыл Иманғол ете йыллыҡ мәктә­бендә директор булып эшләй, шунан 1958 йылға тиклем пенсияға сыҡҡансы йәш быуынды математика фәне серҙә­ренә өйрәтә. Хәким Ниязғол улы илһө­йәр, тыуған яғының тәбиғәте, иҫтә­лекле урындары менән ҡыҙыҡһыныусан кеше була, шуға күрә  хаҡлы ялға сыҡҡас та, “Коммунар” колхозы биләмәһендә урман­сы булып эшләй. Ул ултыртҡан ҡара­ғайҙар бөгөн дә ауылға йәм биреп, шаулап үҫә.

Хәким Ниязғол улы ҡатыны Миңһы­лыу Ғизетдин ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, алты балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары Венера ла атаһы юлын һайлай –  45 йыл Межозерный ҡасабаһында белем бирә.

Улдары Нил Хәким улы ла мәктәптә машина өйрәнеү һәм хеҙмәт дәрестәре­нән уҡыта. Уның тормош иптәше Нурсилә Заһит ҡыҙы ҡырҡ йыл Иманғол мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара, мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны.

Нурсилә Бүләкованың һеңлеләре Илүзә Заһит ҡыҙы Иманғол урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары була, директор вази­фа­һын да башҡара. Оҙаҡ йылдар мәға­риф бүлегендә эшләй. БР-ҙың мәғариф­ты үҫтереү институтында милли телдәр­ҙе уҡытыу буйынса методист та була, БР-ҙың мәғариф отличнигы, РФ-тың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Фирҙәүес Заһит ҡыҙы 26 йыл Иман­ғол урта мәктәбендә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булып эшләй.

Ләйсән Нил ҡыҙының педагогик стажы ун йыл, бөгөнгө көндә ул эшҡыуар­лыҡ менән шөғөлләнә.

Бүләковтар династияһын бөгөнгө көндә Фәнил Нил улы дауам итә. Иманғол урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған егет артист булырға хыяллана, әммә ата-әсәһе кәңәше буйынса БДУ-ның филология һәм журналистика факультетына уҡырға инә.

Бында ла Фәнил һынатмай, яҡшы уҡығаны, университет тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Президент стипендиаты була. Студент йылдарында егеттең тағы бер һәләте асыла – ул шиғыр яҙа башлай. “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе етәксеһе итеп тә һайлап ҡуялар үҙен.

Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамам­лаған йәш белгес Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының “Тамыр” студияһында хеҙмәт юлын башлай, “Тай-тулаҡ” тапшырыуын алып бара. Алты йыл  “Тамыр” телерадио­студияһы редакторы булып эшләй.

Мәскәүҙә Телевидение һәм радио тапшырыуҙары хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында телерадиожурналистика белгестәре бүлегендә уҡый.

2008 йылда тыуған районына күсеп ҡайтып, “Яйыҡ” гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Шул дәүерҙә “Йәштәр тауышы” серияһында “Ҡибла эҙләгәндә” тигән тәүге китабы донъя күрә. Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Бынан һуң Фәнил Бүләков мәктәп ди­рек­торы, Иманғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаларында хеҙмәт итә.

2018 – 1920 йылдарҙа Иманғол мәктә­бендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Фәнил Нил улы үҙ эшен яратып башҡара, алдынғы методикалар һәм алымдар ҡуллана, дәрестәрен ижади яҡтан байытыуға, балаларҙа патриотик рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Уҡытыусы үҙенең белемен даими камиллаштыра. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында мәғлүмәти-коммуникатив технологияларға өйрәнә, квалификация­һын арттырыу буйынса уҡый. Район конкурсында башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була.

Тырыш уҡытыусының һөҙөмтәләре лә бихисап: уҡыусылары “Диктор тауышы”, “Атайсал” шәжәрәләр төҙөү, “Республикамды данлайым” иншалар конкурстарының муниципаль этаптарында, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.

Иманғол мәктәбенең Башҡортостан­дың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурста 800 мең һумлыҡ грантҡа эйә булыуында Фәнил Нил улының тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур.

2020 йылда Фәнил Бүләков Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия­һында директор урынбаҫары булып эшләй, ә бер йыл элек тырыш, талапсан, заман ағышынан ҡалмай һәр саҡ алға ынтылған, ойоштороу һәләтенә эйә Фәнил Нил улын Өфө ҡалаһының Зәй­нәб Биишева исемендәге 140-сы баш­ҡорт гимназияһына директор итеп тәғәйенләйҙәр.

– Уҡытыусы һәр дәүерҙә лә иң абруйлы, иң хөрмәтле һөнәр  булып һаҡланасаҡ. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, күңелем һәр ваҡыт мәктәпкә, балалар араһына  тартылды. Шундай данлыҡлы династия вәкиле булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Олатайым башлаған уҡы­тыу­сылар быуыны сылбыры дауам итһен ине, – ти Фәнил Нил улы.

Фәнил Бүләков өлгөлө ғаилә башлы­ғы ла, ҡатыны менән өс бала: Айсилә, Азалина, Сулпан исемле ҡыҙҙар тәрбиә­ләйҙәр. Әйткәндәй, Бүләковтарҙың ҡыҙҙары ла киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайларға хыяллана, тимәк, быуындар бәйләнеше дауам итәсәк...

 

Римма СОЛТАНОВА

Остаздар династияһына нигеҙ һалыусы Бүләков Хәким Ниязғол улы үҙ ваҡытына күрә уҡымышлы кеше була.Остаздар династияһына нигеҙ һалыусы Бүләков Хәким Ниязғол улы үҙ ваҡытына күрә уҡымышлы кеше була.
Остаздар династияһына нигеҙ һалыусы Бүләков Хәким Ниязғол улы үҙ ваҡытына күрә уҡымышлы кеше була.
Читайте нас