Белем һәм тәрбиә
16 Август 2022, 12:29

Дүрт ҡыҙы ла педагог һөнәрен һайлаған

“Балалар менән эшләгән кешенең күңеле йәш, тормошо нурлы”.

Ер йөҙөндәге иң абруйлы һәм дәрәжәле һөнәрҙәрҙең береһе – уҡытыусы эшенән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Мәктәп йылдарындағы яратҡан мөғәллимдәрен һәр кем ғүмерлеккә күңеле түрендә йөрөтә. Үҙ эшеңә тоғролоҡ, балаларға булған мөхәббәт, бар булмышыңды, көсөңдө, аҡылыңды яратҡан һөнәреңә арнау һәләте барыһына ла бирелмәй. Бар ғүмереңде мәғарифҡа арнау – үҙеңдең донъялағы тәғәйенләнешеңде аңлап, оло яуаплылыҡ менән өмөтлө киләсәк әҙерләү ҙә ул.

Һөнәргә бирелгәнлектең быуындан-быуынға күсеп, нәҫелдәрен затлы иткән төшөнсә булғанын иҫбатлаған абруйлы ғаиләләр Учалы районында ла бихисап.

 Илтабан ауылында йәшәгән Сафиуллиндар – шулар иҫәбендә.  Вилә Вәлиулла ҡыҙы Ҡунаҡбай мәктәбендә  балаларға хеҙмәт, рәсем дәрестәренән һабаҡ бирә. “Ошо һөнәрҙе һайлауым – яҙмыш осраҡлығы”, – ти ул.

Хәл былай була. Ахун ауылынан ике әхирәт ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып, Магнитогорск сауҙа техникумына юл тота, әммә ниәттәрен бойомға ашырырға өлгөрмәй. Әхирәте Вәлиәнең апаһы ҡыҙҙарға Магнитогорск педагогия институтына документтарын тапшырырға тәҡдим итә. Имтихандарҙы уңышлы биреп, ҡыҙҙар педагогия институты студенттары булып китә. Әхирәте – физика-математика, Вилә дөйөм дисциплина һәм хеҙмәт факультетын һайлай.

– Атайым Вәлиулла Ғарифулла улы ғүмер буйы механизатор булып эшләне, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнгән. Әсәйем Тәғзимә Ғиниәт ҡыҙы ла колхозда төрлө эштәрҙә ең һыҙғанып эшләне. Юғары уҡыу йортона ингәнемде ишеткәс, уларҙың нисек ҡыуанғанын белһәгеҙ! Ул заманда юғары уҡыу йорто колхозсы балалары өсөн буй етмәҫлек маҡсат булып һанала торғайны, – тип хәтерләй йәшлек йылдарын Вилә Вәлиулла ҡыҙы.

Студент йылдарында  ошо уҡ институтта белем алған Илтабан егете Эдуард Сафиуллин менән ғаилә ҡоралар. Диплом алғас, йәш белгестәр Ҡунаҡбай мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ең һыҙғанып, тырышып эшләйҙәр. Эдуард Нурулла улы – малайҙарҙы, Вилә Вәлиулла ҡыҙы буласаҡ хужабикәләрҙе хеҙмәткә өйрәтә. Ғаилә башлығы балалар уҡытыуға 30 йылдан ашыу ғүмерен арнай, бөгөн – хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Йыр-моңға оҫта, гармунда өҙҙөрөп уйнаған уҙаманды төрлө сараларға йыш саҡыралар.

– Мин дә ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Атайым Нурулла Сафиулла улы һуғыштан яраланып ҡайта, әсәйем Ғөррәт Миндийәр ҡыҙы төрлө эштәрҙә эшләй. Ғаиләлә ете бала буй еткерҙек. Оло апайым Дилара менән ағайым Адик уҡытыусы һөнәрен һайлағас, миндә лә педагог булыу теләге уянды. Апайым Күгәрсен районының Подгорный ауылында 35 йыл буйы балаларҙы математика фәненән уҡытты, ағайым да тиҫтә йылдан ашыу һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, физкультураға, спортҡа һөйөү тәрбиәләне, – тип хәтирәләргә бирелә остаз.

Эдуард Сафиуллиндың фиҙакәр хеҙмәте төрлө кимәлдәге почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән, ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исемен йөрөтә, республика кимәлендә уҙғарылған “Тормош хәүефһеҙ­леге нигеҙҙәре фәненән иң яҡшы уҡытыусы” конкурсында “Иң талантлы уҡытыусы” номинацияһында еңеү яулаған.

Вилә Вәлиулла ҡыҙының да эш стажы өс тиҫтә йылдан ашҡан, ул Рәсәй Мәғариф министрлығының почет грамотаһы һәм башҡа бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән наградланған.

– Һөнәрем шул тиклем оҡшай, балаларҙы белгәнеңә өйрәтеп, һәләттәрен асырға ярҙам итеү – үҙе бер кинәнес, – ти тәжрибәле уҡытыусы.

Уның  дәрестәрен уҡыусылар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Буласаҡ хужабикәләрҙе бәйләм бәйләргә, сәйләндәр үрергә, электр машинкала тегенергә өйрәтә. Ҡул эштәре менән ҡала-район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү яулайҙар.

Сафиуллиндарҙың ҡыҙҙары ла ата-әсәһенең юлынан киткән. Элизалары Учалы ауылы балалар баҡсаһында – өлкән тәрбиәсе, ғаиләһендә өс бала үҫә. Юлиәләре – Ҡунаҡбай мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә бүлеге мөдире, математиканан белем бирә, ул да ике бала әсәһе. Нураниялары менән Гүзәлиәләре һөнәрҙәре буйынса инженер-технолог булһалар ҙа, яңынан уҡып, педагогия тармағын һайлағандар. Нурания Эдуард ҡыҙы былтыр “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яулап, район данын республика кимәлендә яҡлай.

– Ҡыҙҙарыбыҙҙың педагог һөнәрен һайлағандарына шатланабыҙ. Һәр заманда ла уҡытыусы иң абруйлы, иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Үҙебеҙ ҙә тап ошо тармаҡты һайлағаныбыҙға бер ҡасан да үкенмәнек,  балалар менән эшләгән кешенең күңеле лә йәш, тормошо ла нурлы була, – тигән фекерҙә Вилә менән Эдуард Сафиуллиндар.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас