

Спорт менән дуҫһыңмы? Волейбол, футбол, хоккей уйнарға яратаһыңмы? Еңел атлетика, гимнастика, гер күтәреү менән шөғөлләнергә теләйһеңме? Улай икән, спорт йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарын һайларға кәрәк. Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев әйтеүенсә, бында белем эстәгән егет һәм ҡыҙҙар Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә лә йыш ҡатнаша.
Әйткәндәй, белем усағына абитуриенттар ғариза биреүен дауам итә. Бында бюджет урындарынан (300 урын) тыш, түләүлеһе лә бар. Ә түләүле уҡыуға сентябрь айҙарында ла документтарҙы тапшырырға була.
Юғары уҡыу йортонда төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыу алып барыла. Шулай ҙа абитуриенттарҙың күбеһе “Физик культура”ны һайлай икән. Тап ошо йүнәлештә уҡыған студенттар физик культура уҡытыусыһы һәм төрлө спорт секцияларында тренер булып эшләй ала. Уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеге бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән.
Колледжда ун бер спорт секцияһы эшләй. Студенттар төп эштәре – уҡыуҙан буш ваҡыттарында ошо секцияларҙа һаулығын нығыта. Бынан тыш “Факел” ирекмәндәр отрядына алынып, төрлө донъя кимәлендәге сараларҙы үткәреүҙә ҡатнаша, үҙҙәре лә унда сығыш яһай, эргә-тирәләгеләрҙе ярҙамдан өҙмәй. Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында хатта донъя кимәлендә төрлө саралар, ярыштар даими уҙғарыла. Бында белем алған студенттар үҙҙәре үк ошо сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Колледж, әлбиттә, спортсыларҙы, тренерҙарҙы, уҡытыусыларҙы әҙерләүсе вуз булһа ла, тәү сиратта, физик культура буйынса йүнәлешкә төп иғтибар бирә. Әммә, шул уҡ ваҡытта, уҡыу йорто заман менән бергә атлай һәм яңы йүнәлештәр буйынса ла үҫешә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр араһында “Туризм” (туризм буйынса белгес, хәҙерге ваҡытта иң көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе), “Адаптив физик культура” (адаптив физик культура уҡытыусыһы), “Реклама” (реклама белгесе) йүнәлештәренә ҡыҙыҡһыныу арта.
Бөгөн колледжда юрист һөнәренә эйә булыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн тағы ла яңы ике йүнәлеш асылған. Улар – “Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу” һәм “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге”.
– Улар буйынса уҡып сыҡҡандар юрисконсульт, адвокат, судья, нотариус, прокурор булып эшләй, – ти Миҙхәт Биктимер улы. – Замандан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ, киләсәк йәштәр ҡулында икәнен онотмайбыҙ.
Был уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙ һәм егеттәр ҡайҙа ғына эшләмәй, ниндәй генә исемдәр алмаған! Араларында ғалимдар, спорт мастерҙары, спорт мастерлығына кандидаттар, тренерҙар, физкультура уҡытыусылары бихисап.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.