Белем һәм тәрбиә
16 Август 2022, 11:36

Заман менән бергә атларға тейешбеҙ

Динар Кәлимуллин фотолары.Динар Кәлимуллин фотолары.
Фото:Динар Кәлимуллин фотолары.

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холын­да мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе булды. Педагогтар өсөн сара быйыл “Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм белем биреү киңлеге” темаһына арналғайны.

Кәңәшмәлә ете майҙансыҡ эшләне, унда илһө­йәр­­лек сифаттары тәрбиәләү, хәҙерге заман мәк­тәп­тәрен­дә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында бер­ҙәм белем биреү киңлеген ойош­то­роу, остазлыҡ инсти­тутын, һөнәри белем биреү сис­­те­­маһын үҫтереү, белем биреү сифаты һәм функ­циональ грамоталылыҡ мәсьәләләре күтәрелде.

 

Яңы уҡыу йылында – уңыштар

 

Пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министр­лы­ғының Һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәт­тәр де­партаменты директоры Андрей Горобец, Баш­ҡор­тостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Луганск Халыҡ Рес­пуб­ликаһының мәғариф һәм фән министры Иван Кусов ҡатнашты.

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмә­һенә ярашлы, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм Луганск Халыҡ Республикаһының “М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбе” дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм Башҡортостандың иң яҡшы уҡы­тыусыларын бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. 

Август кәңәшмәһенең пленар ултырышында онлайн-трансляция ла ойошторолдо.   Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында ,  быйылғы 1 сентябрь элеккеләренән айырыла, беҙ икенсе шарттарҙа һәм бүтән ысынбарлыҡта йәшәйбеҙ, илебеҙ – ҡот осҡос санкциялар баҫымы аҫтында, тип билдәләне.

 “Махсус хәрби операция барышында Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәренең Донбассты, Ватаныбыҙҙы нисек ҡыйыу һаҡлағанын беләһегеҙ. Ә бит улар  –  һеҙҙең уҡыусылар. Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – патриотик тәрбиә биреү. Беҙ юҡ-барға иғтибар итмәйенсә, мәғариф өлкәһен әхлаҡи һәм кешелек ҡиммәттәренә таянып төҙөй алабыҙ”,  –  тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы, егеттәребеҙ араһында хәрби бурысын аҙағынаса үтәп, ҡулдарына ҡорал тотоп һәләк булғандар ҙа бар, тип билдәләне. Ул, үлгәндән һуң прапорщик Тамерлан Илһамовҡа һәм өлкән лейтенант Максим Серафимовҡа Рәсәй Геройы тигән юғары исем бирелде, күп яугирҙәребеҙ иһә Батырлыҡ Ордены кавалерҙары булды, тип билдәләне.

 – Беҙ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбен тергеҙәбеҙ. Уҡыу йылы унда Рәсәй мәғариф стандарттары буйынса яңыртылған һәм йыһазландырылған кабинеттарҙа башланһын өсөн, беҙҙең белгестәр бөтә эште ваҡытында тамамларға тырыша. Әйткәндәй, был мәктәп бер ҡасан да ремонтланмаған һәм бөтә эш Башҡортостан сода компанияһы иҫәбенә алып барыла,  – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдовҡа Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Республикала белем биреү учреждениеларында лайыҡлы шарттар булдырыуҙы дауам итәләр. Рәсәй Президенты ярҙамында мәктәп биналарына, тәү сиратта ауыл мәктәптәренә капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программа ҡабул ителгән. 2026 йылға тиклем уға 365 мәктәп бинаһын индереү планлаштырыла. Федераль ҡаҙнанан ҙур ресурстар  –  9 миллиард һумдан ашыу финанс саралары йәлеп ителгән, тип билдәләне Радий Хәбиров. Элек республика был маҡсатҡа йылына 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүлә алмаған.

Апрелдән мәктәптәрҙә ремонт эштәре бара. Һандарға килгәндә, 1 сентябрҙә яңыртылған 63 мәктәпкә 21 мең самаһы уҡыусы киләсәк. Тағы 17 мәктәптә капиталь ремонт февраль айына тамамланырға тейеш. Киләһе йылда 117 мәктәпкә ремонт яһау күҙаллана, уларҙа 40 мең бала белем ала. Һөҙөмтәлә 2023 йылдың 1 сентябрендә 48 меңдән ашыу уҡыусы ремонтланған 134 мәктәптә партаға ултырасаҡ. Республика Башлығы мәғариф хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы, педагогтар араһында төбәк-ара һәм республика конкурстары еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләне. Радий Хәбиров уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар, ҡаҙаныштар теләне.

“Беҙҙең уҡыу йорттарының кимәле юғары”

Форум барышында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты һәм Луганск Халыҡ Республикаһының Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе араһында килешеү төҙөлдө. Гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлихов ошо хаҡта һәм башҡа мөһим йүнәлештәр буйынса фекерен белдерҙе.  

 – Луганск Халыҡ Республикаһы мәктәбе менән килешеү нигеҙендә ике мәғариф учреждениеһы араһында үҙ-ара тәжрибә, яңы инновациялы технологияларҙы ҡулланыу практикаһы менән уртаҡлашыу, төрлө уртаҡ саралар үткәреү мөмкинлектәре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһендә төрлө йүнәлешле  семинарҙар, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ. Был 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын һәм легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарылған ҙур эш буласаҡ.

Тағы  бер мөһим йүнәлеш – республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда фәнде үҫтереү йәһәтенән ҙур эшкә башланғыс бирҙе, Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге булдырыласаҡ, Өфө фән һәм технологиялар университеты ойоштороласаҡ, кампус төҙөләсәк.

Был ғәмәлдән мәктәптәр ҙә ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Беҙҙең гимназия элек-электән  юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, ә Евразия фәнни-белем биреү үҙәген ойоштороу был эште системалаштырасаҡ, яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк.

Гимназияла Өфө дәүләт нефть техник университетының һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетының предуниверсарийҙары уңышлы эшләй. Уларҙың төп маҡсаты  –  уҡыусыларҙы сит тарафҡа ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙең республикала урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында ҡалдырыу. Һис шикһеҙ, Башҡортостандағы уҡыу йорттары Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа урынлашҡан уҡыу йорттарынан ҡалышмай, төплө белем бирә,  – тине Илнур Рифат улы.

Лайыҡлыларға – юғары наградалар

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә бер төркөм мәғариф алдынғыларын тәбрикләнеләр, тип билдәләгәйнек. Улар араһында   Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы муниципаль дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева ла бар. Ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы – 2022” төбәк-ара конкурсы лауреаты булған, кәңәшмәлә иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы дипломы  менән бүләкләнгән.

– 2011 йылда З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетын тамамланым. Ҡырмыҫҡалы  районының Мырҙа ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем Фәүзиә Ҡасим ҡыҙы Ишҡарина ла ғүмер буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, тап ул миндә ошо һөнәргә һөйөү тәрбиәләне һәм профессия һайлағанда күңелемдә бер ниндәй ҙә шик булманы.

Мин педагогтарҙың һөнәри конкурсында ихлас ҡатнаштым һәм һөнәри йәһәттән үҫешеү өсөн был  ҙур этәргес, педагогик оҫталыҡтың юғары нөктәһен яулау булып тора, тип иҫәпләйем. Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы конкурсында тәүгегә генә ҡатнашыуым түгел, йылдан-йыл тәжрибә лә арта бара. Быйыл тәүге биш уҡытыусы исемлегенә инеүемә бик шатмын.

Конкурстар күп, уларҙың һәр ҡайһыһы уҡытыусының һөнәри оҫталығын төрлө яҡтан аса, тәжрибә уртаҡлашыу, яңылыҡтар менән танышыу мөмкинлеген бирә. Һуңғы йылдарҙа тел уҡытыусыларына иғтибар бермә-бер артты, дәүләт тарафынан даими ярҙам күрһәтелә, республика етәкселегенең дә иғтибарын тоябыҙ. Мәҫәлән, үҙем республика Башлығының Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән ҡабул ителгән программа буйынса 690 мең һумлыҡ грантын алдым. Ә Ефремкин мәктәбе 2020 йылда “Хазина” проекты менән туған телдәр буйынса республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Был проект башҡорт милли биҙәүестәрен тергеҙеүгә, эшләүгә йүнәлтелгәйне. Ғөмүмән, һәр еңеү  –   көслө этәргес,  –  ти Лилиә Азамат ҡыҙы.

Маҡтаулы исем алыусылар араһында   Йылайыр районы Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаева ла бар ине.

 – Хеҙмәт стажым – 34 йыл. 1988 йылда Башҡорт дәүләт педагогия  институтының рус-башҡорт бүлеген тамамланым һәм уҡып бөткәндән һуң, Өфө ҡалаһының 112-се мәктәбендә уҡыттым, аҙаҡ хеҙмәт юлымды Йылайыр районында дауам иттем. Гимназия 2009 йылда асылды.  Был мәғариф учреждениеһы ойошторолғандың тәүге көнөнән алып шунда эшләйем һәм мәктәп ҡаҙаныштарына үҙемдең хеҙмәт өлөшөмдө индерәм.

Эшемә һәр саҡ ижади ҡарарға тырышам, барлыҡ сараларға ла сценарийҙар яҙам, үҙем режиссер сифатында уларҙы ойошторам. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә етди иғтибар бирәм. Һәр уҡыусы эҙләнә, уйлана белергә тейеш – маҡсатым ошо. Шулай уҡ һәр баланан шәхес тәрбиәләргә тырышам. Бәлки, бәғзе уҡыусы ҡағиҙәләрҙе белмәҫ, мәгәр үҙ телендә матур һөйләшә, фекерен еткерә алһа,  туған халҡын, телен яратһа – был да ҙур ҡаҙаныш. Эшемдә инновациялы технологияларҙы, яңылыҡтарҙы киң файҙаланырға тырышам. Уҡыусыларым даими рәүештә төрлө кимәлдәге  олимпиадаларҙа, фәнни эштәрҙә, конкурстарҙа призлы урындар ала, ә бынан дүрт йыл элек уҡыусым Йәзилә Ҡаҙаҡбаева 11-се класта уҡыған саҡта республика кимәлендәге олипиадала беренсе урынды яуланы. Былтыр туғыҙынсы класс уҡыусыһы Айгүзәл Йосопова республика кимәлендә призлы урынға лайыҡ булды. Фәнни эҙләнеү эштәрендә лә уңыштарыбыҙ бихисап.  Мәҫәлән, Ҡазан ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста Зөлхизә Ураҙбаева өсөнсө урынға сыҡты. Илназ Динисламовҡа “Арҡаҙаш” халыҡ-ара конкурсында шулай уҡ өсөнсө урын бирелде.

2008, 2016 йылдарҙа Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе булдым,   2011, 2015 йылдарҙа Башҡортостандың иң яҡшы рус теле һәм башҡорт теле уҡытыусылары конкурсында беренселекте яуланым. 2011 йылда  Башҡортостандың төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының йыл конкурсында “Иң яҡшы дәрҽс”  номинацияһында еңеп сыҡтым. Күп йылдар райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһенә етәкселек итәм һәм уларҙың төрлө кимәлдәге еңеүҙәренә лә үҙ өлөшөмдө индерәм.

Бөгөн педагогик хеҙмәтемде юғары баһаланылар – миңә “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Минең өсөн  республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡулынан ошондай награда алыу  –  оло ғорурлыҡ, был артабан да ҡанатланып эшләргә дәрт-дарман, көс бирә,  –  тине Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы.

Мәғарифтың киләсәген хәстәрләү – республика етәкселегенең төп даими маҡсаты. Ошо тармаҡҡа бик күп аҡса йүнәлтелеүе – шуға асыҡ дәлил.

Республика етәкселеге мәғариф тармағынаҡа һәр саҡ етди иғтибар бүлде. Һис шикһеҙ, был – киләсәгебеҙҙең нигеҙен,  тотороҡло йәшәйешен хәстәрләү һәм уҡытыусыларҙың кеше яҙмышын билдәләүҙә уйнаған роле ҙур.

Мәғариф тармағы заман менән бергә атларға тейеш, был да танылған хәҡиҡәт. Республика  педагогтары араһында алдынғы ҡарашлы, әүҙем, эҙләнеүсән шәхестәр бик күп. Хәйер, төрлө технологиялар иҫ киткес алға киткән осорҙа был шулай булырға тейеш тә, сөнки заман уҡыусыһы һәр яҡлап үҫешкән булырға, төрлө ҡаршылыҡтар, һынауҙар алдында баҙап ҡалмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта, рухиәт, туған тел, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһында ла оноторға ярамай, сөнки был илһөйәрлек нигеҙе лә. Ә бөгөн ошо ҡиммәттәр – Ватанға һөйөү, патриотик тәрбиә биреү – айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

 

 

 

Читайте нас