

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 17 августа Нефтекама ҡалаһында “Кәрәҙ” икенсе республика педагогик марафонының өсөнсө зона майҙансығы эш башланы.
- “Кәрәҙ” – биш коммуникацион-уҡытыу майҙансығы, бында педагогтар үҙҙәренең тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша, педагогик оҫталығын, эрудицияһын күрһәтә, яңы мөмкинлектәр аса, - тип һөйләне БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Нефтекама ҡалаһының Ижад һәм йәштәр һарайы базаһында уҙғарылған сарала Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларынан, Бөрө, Баҡалы, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарынан уҡытыусылар ҡатнаша.
Конкурсанттарҙың эшен БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәренән торған абруйлы жюри ағзалары һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” еңеүселәре һәм финалсылары баһалаясаҡ.
“Кәрәҙ” икенсе республика педагогик марафонының дүртенсе зона майҙансығы - Ҡариҙел, һуңғыһы Бәләбәй районында ойоштороласаҡ.
Биш еңеүсе команданың финал ярышы 2023 йылдың февралендә уҙғарыласаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56972