

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Башҡортостандың 1295 белем биреү ойошмаһының 1284-е яңы уҡыу йылы башланыуға әҙер. Был күрһәткес файҙаланыуға тапшырырға планлаштырылғандың 100 процентын тәшкил итә. Йәнә 11 дөйөм белем биреү ойошмаһы ике йыллыҡ капиталь ремонт үткәреүгә бәйле ҡабул итеүҙә ҡатнашмаған, уларҙа эштәр дауам итә. Алты объектта эш 1 сентябргә тамамланмаясаҡ.
Шуның менән бәйле кәңәшмәлә ошо мәктәптәр урынлашҡан Кушнаренко, Мәсетле, Ауырғазы, Балаҡатай һәм Краснокама райондары хакимиәттәре башлыҡтары тыңланды. Эштәрҙе 1 сентябрҙән һуң бер нисә көндән бер айға тиклем тамамлау талап ителә. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров иң ҡыҫҡа ваҡытта мәктәптәрҙе ремонтлауҙы тамамларға һәм эш барған ваҡытта уҡыусыларҙы уҡытыуҙы ойоштороу тәртибен күҙ уңында тоторға ҡушты. Мәсьәләне Башҡортостан муниципалитеттары һәм Мәғариф министрлығының берлектәге контролендә тотасаҡ.
Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, 1 сентябрҙә Башҡортостанда 509 мең уҡыусы өсөн уҡыу йылы башлана, уларҙың 55 мең самаһы беренсе класҡа бара. Бынан тыш, республикала урынлашҡан Донецк Халыҡ Республикаһынан һәм Луганск Халыҡ Республикаһынан мәжбүри күскенселәр ғаиләләренән 156 бала парта артына ултыра.
Шулай уҡ министр белдереүенсә, 1 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәре коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн кәрәкле санитар нормаларҙы үтәү йәһәтенән юғары әҙерлек режимында эшләйәсәк. Мәктәптәрҙе асыр алдынан ковидҡа ҡаршы инспекторҙарҙың исемлеге төҙөлә, дезинфекция сараларын ҡулланып генераль йыйыштырыу үткәрелә, бынан тыш, рециркуляторҙарҙың төҙөклөгөн тикшерәләр һәм белем биреү учреждениелары персоналын вакцинациялауҙы тәьмин итәләр.
Мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең башҡа төрҙәренә: янғын хәүефһеҙлеге системалары менән тәьмин итеүгә, видеокүҙәтеү системаһы, металл эҙләүсе ҡорамалдар менән йыһазландырыуға ла иғтибар бүленәсәк. Бөтә дөйөм белем биреү мәктәптәре лә тиерлек физик һаҡ аҫтына алынған. Биналарҙың 71 проценты – шәхси һаҡ ойошмалары, 29 проценты тиерлек штаттағы, йәки аутсорсинг ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡлана. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса эш планлаштырылған.
Фото: crimea-news.com