

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ведомство Йәмәғәт Советы ҡарамағында уҡытыусы-блогерҙар Советы составын раҫланы. Уға 26 уҡытыусы-блогер инде, барлыҡ ҡатнашыусылар – эшләүсе педагогтар, улар әүҙем рәүештә социаль селтәрҙә аккаунттар алып бара, киң аудиториялары бар. Эксперт комиссияһы илдең 59 төбәгенән барлығы 270 ғариза алды.
Яңы берекмә булдырыуҙың маҡсаты – министрлыҡтың педагогик берләшмә менән үҙ-ара бәйләнешен нығытыу. Совет эшмәкәрлеге социаль селтәрҙә мәғлүмәтте таратыу юлы аша берҙәм белем биреү киңлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Совет ағзалары белем биреүҙең мөһим һорауҙарын тикшереүҙә ҡатнаша, педагог һөнәренең мәртәбәһен күтәреүгә йүнәлтелгән башланғыстар менән сығыш яһай, саралар тәҡдим итә.
Фото: Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы.