

Йәй – яңы тәьҫораттарға, хәл-ваҡиғаларға, асыштарға бай мөғжизәле осор. Белорет тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында йәй дауамында эшләгән балалар ижады майҙансығы ла “Асыштар осоро” тип аталды. Ялдың бындай формаһы музейҙа беренсе тапҡыр ойошторолдо – өс сменала 7 – 14 йәшлек 60 бала ваҡытын мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәрҙе.
– Методист Елена Ғүмәрова тәҡдим иткән музейҙа лагерь ойоштороу идеяһын учреждениеның татыу, ижадҡа бай хеҙмәткәрҙәре дәррәү күтәреп алды. Балаларҙың йәйге ялын “Ял+уҡыу һәм барыһы ла мауыҡтырғыс” девизы менән уҙғарырға ҡарар иттек. Йәш белореттар өсөн “33 хозурлыҡ” тип аталған программа төҙөнөк, – тип бәйән итте музей директоры Елена Миронова.
Өҫтәмә белем биреү ярҙамында балаларҙа Башҡортостандың, Белореттың тарихына, уның халҡына, йолаларына хөрмәт, ҡыҙыҡһыныу уятыу – йәйге осорҙа музейҙың төп функцияһы, тип билдәләнә. Хеҙмәткәрҙәр, музей фондын, экспозиция залдарын файҙаланып, уйын формаһында балаларға тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт еткерә, тыуған яҡтың данлы үткәненә ҡыҙыҡһыныу уята, музей майҙансығы ысын мәғәнәһендә балаларҙың ижады һәм проект эшмәкәрлеге өсөн уңайлы урынға әүерелә.
Һәр смена 10 көн дауам итә. Көн һайын тарихи квестар, танышыу экскурсиялары, ижади конкурстар, спорт уйындары, оҫталыҡ дәрестәре өсөн бүленгән өс сәғәт ваҡыт балалар өсөн һиҙелмәй үтеп китә.
Кейеҙ баҫыу, бешеренеү, һүрәт төшөрөү, фольклор, дизайн, этнографик йолалар, бейеү буйынса ойошторолған дәрестәр, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, ҡаланың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт, “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны, “Музейҙа һирәк осрай торған китап” акцияһы һәм башҡа саралар балаларҙың күңелендә йылы хәтирәләр булып оҙаҡ һаҡланасаҡ.
– Фоторәссам Юрий Пичугиндың эштәре менән танышып, балалар күргәндәре тураһында һөйләргә, фекерҙәрен дөрөҫ итеп еткерергә өйрәнде. Ә Венера Мостафина ижады үҙ ҡулдары менән мөғжизәле һүрәттәр тыуҙырыу теләге уятты. “Иҙел башы – төйәгем” квестын уҙғарғанда, йәш белореттар алдында тыуған төйәк тарихы йәнләнде. Ҡаланың тыуған көнөнә арнап ойошторолған “Минең йәйем ниндәй төҫтә?” тигән темаға һүрәттәр, “Белоретта бәләкәй архитектура формалары” дизайнер конкурстарында ла балалар бик әүҙем ҡатнашты. Ижад майҙансығында ҡатнашыусыларҙы тарихты үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарау мөмкинлеге ылыҡтырҙы. Һуғыш ваҡытында үҫмерҙәрҙең ауыр хеҙмәте тураһындағы экспозиция бигерәк тә малайҙарҙы ғәжәпләндерҙе. Боронғо сәғәттәр, самауырҙар, йыһаз өлгөләре йәш эҙләнеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, – тип һөйләне йәйге лагерҙа үткәрелгән саралар тураһында методист Елена Ғүмәрова.
Йәйге лагерҙа “Әкиәттәр калейдоскобы” тип исемләнгән ҡурсаҡ театры ла ойошторола. Балалар үҙҙәре әкиәттәр уйлап сәхнәләштерә. Тамашаларҙа бирсәткә ҡурсаҡтары ғына түгел, үләндән эшләнгәндәре лә ҡулланыла.
Экскурсиялар уҙғарған Зилә Абзалова балаларға тула баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойоштора. Тырышлыҡ емеше – сәскәле келәмгә һоҡланмаған кеше булмай. Музей хеҙмәткәре Любовь Серова фольклор уйындары өйрәтә.
– Миңә бигерәк тә күмәкләп бәлеш бешереү оҡшаны. Тәмлекәстең һәр киҫеменә теләктәр теләп, яҙыу һалдыҡ, аҙаҡ кемгә ниндәй теләк эләккәнен күмәкләп уҡыныҡ. Шулай уҡ ҡала паркына экскурсияға барыу, бейеүҙәр күңелемә ятты. Ә мауыҡтырғыс квеста беҙгә төрлө үләндәрҙең, сәскәләрҙең һүрәттәрен күрһәттеләр һәм беҙ уларҙы урамда эҙләп таптыҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты лагерҙа ял иткән Агафья Серова.
– Ә мин яңы уйындар өйрәндем. Спектаклдәр ҡуйыу оҡшаны. Музей экспонаттары менән танышып, боронғо әйберҙәрҙең ҡайҙа, ни өсөн ҡулланғанлығын белдем, – тип әңгәмәгә ҡушылды Софья Заһитова.
Ата-әсәләр ҙә балаларының йәйге ялдары файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтеүенә шатланып бөтә алманы. Улар фекеренсә, “Асыштар осоро” ижад майҙансығы үҙ маҡсаттарына тулыһынса өлгәште, был, әлбиттә Белорет тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Киләһе йыл йәй тарих йортонда майҙансыҡ балалар өсөн йәнә ойоштороласаҡ.
Римма СОЛТАНОВА.