Белем һәм тәрбиә
24 Август 2022, 07:45

“Фән сәғәте” кәңәшмәһендә нимәләр ҡаралды?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм стажировкалар ойоштороу механизмын ҡарарға ҡушҡайны.

“Фән сәғәте” кәңәшмәһендә нимәләр ҡаралды?“Фән сәғәте” кәңәшмәһендә нимәләр ҡаралды?
“Фән сәғәте” кәңәшмәһендә нимәләр ҡаралды?

БР Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 23 августа Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин видеоконференция тәртибендә “Фән сәғәте” форматында тематик кәңәшмә уҙғарҙы. Унда профиль министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, төбәктең юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм фәнни йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Көн тәртибендә университеттарға ярҙам итеү буйынса республика программаһы үтәлеше, БР Фәндәр Академияһы структур бүлектәрен ҡулайлаштырыу һәм йәш ғалимдарға эре фән үҙәктәрендә стажировкалар ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм стажировкалар ойоштороу механизмын ҡарарға ҡушҡайны.

Республиканың Фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова стажировкалау программаһы тураһында бәйән итте. Министрлыҡ дәүләт ярҙамы алыу буйынса кәрәкле документтарҙы әҙерләйәсәк.

Йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттары буйынса мәғлүмәт йыйыла.

БР Фәндәр Академияһы структур бүлектәрен ҡулайлаштырыу буйынса учреждение президенты Камил Рамазанов сығыш яһаны. Ул белдереүенсә, дәүләт заданиеһының планлаштырылған этаптары тулы күләмдә үтәлгән. Етәксе Беларусь Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академиялары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Кәңәшмәлә шулай уҡ БДУ һәм УДАТУ базаларында Өфө фән һәм технологиялар университетын булдырыу мәсьәләһе лә ҡаралды.

Фото һәм сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/156761.html

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас