Белем һәм тәрбиә
24 Август 2022, 08:45

Киләсәк йортона бөгөн нигеҙ һалына

Быйылғы уҡыу йылында мәктәптәрҙә патриотик тәрбиә биреүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Киләсәк йортона бөгөн нигеҙ һалынаКиләсәк йортона бөгөн нигеҙ һалына
Киләсәк йортона бөгөн нигеҙ һалына

Бөгөн Илеш районында мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтә. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәхтизин, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина, Баймаҡ районының мәғариф бүлеге белгесе Эльвира Оморҙаҡова, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡатнашты.
Илештәр йылдағыса был сараға бик яуаплы әҙерләнгән. Сараға килеүселәрҙе район Мәҙәниәт йортоноң фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Унда район мәғариф системаһының үткәне, ҡаҙаныштары, бөгөн белем биреү йүнәлеше сағылыш тапҡан.
Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин сығышында яңы уҡыу йылына мәғариф учреждениеларының әҙерлеге тураһында һөйләп үтте. Балаларға белем биреүҙә һәм тәрбиәләүҙә уҡытыусы төп урынды биләй, тип билдәләне ул.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов бөгөн уҡытыусылар алдында торған төп бурыстарға, мәғариф өлкәһен үҫтереүгә дәүләт тарафынан бүленгән иғтибар, патриотик тәрбиә тураһында һөйләне. Шулай уҡ яңы уҡыу йылында мәктәптәр Роспотребнадзор тәҡдиме буйынса эшләйәсәге тураһында ла әйтеп үтте. Республиканың Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәпте тергеҙеүе тураһында һөйләне.
- Беҙ яңы Рәсәй тарихында ауыр ваҡытты кисерәбеҙ, уны лайыҡлы үтәсәкбеҙ, - тине Азат Шамил улы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов:"Беҙ артабан да илһөйәрлекте тәрбиәләү йүнәлешендә эште дауам итәсәкбеҙ", - тип Ҡоролтайҙың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында сыҡҡан китап һәм уның тәрбиәүи әһәмиәте тураһында һөйләне.
Был көндө бик күп уҡыусылар дәүләт наградаларын алып ҡыуанды.
Автор фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас