

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Премьер- министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Сибай ҡалаһында август педагогик конференцияһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Улар ҡала мәғариф системаһының педагогик ҡаҙаныштары күргәҙмә майҙансыҡтарын ҡараны, урындағы уҡытыусыларҙың эштәре менән танышты. Күргәҙмә менән танышҡанда Андрей Назаров яңыраҡ игеҙәк сабыйҙары тыуған ғаиләгә тантаналы шарттарҙа коляска тапшырҙы.
Премьер-министр шулай уҡ конференцияның пленар ултырышында ла сығыш яһаны. Унда ул Башҡортостан Башлығы тарафынан республика август кәңәшмәһендә алдағы уҡыу йылына мөһим бурыстар ҡуйылыуын әйтте. Өҫтөнлөклө булғандарының береһе – патриотик тәрбиәне ойоштороу. Шуны ла билдәләү мөһим, яңы уҡыу йылынан Рәсәйҙең мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә күләмле проект сығарасаҡ. Ул – “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” тигән дәрестән тыш саралар циклы.
- Радий Фәрит улы башланғысы менән быйыл патриотик тәрбиәне ойоштороуға республика конкурсы үткәрелә. Тәүге унау иҫәбен ингән, иң лайыҡлы мәктәптәр 1-әр миллион һум аласаҡ, - тине Андрей Назаров. Шулай уҡ Башҡортостанда тәрбиә эше буйынса яҡшы йолалар булдырылыуын әйтеп үтте. Мәҫәлән, “Патриот” паркы, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға әҙерләү саралары.
- “Геройҙар уҙышы” команда хәрби-спорт уйынын уҙғарыу өсөн беҙ Рәсәйҙә иң заманса булған ҡаршылыҡ һыҙаттарын төҙөнөк. Сентябрь айында “Ҙур белем биреү йүгереүе” үтәсәк, унда тәрбиәселәр, мәктәп, колледж, юғарыу уҡыу йорттары педагогтары ҡатнаша. Берләштерә торған спорт саралары үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн мөһим, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры.
Андрей Назаров ултырышта ҡатнашыусыларға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына күрһәтелгән ярҙам тураһында ла һөйләне. Башҡортостандан гуманитар ярҙам менән унлаған конвой мохтаждарға оҙатылды. Быйыл республика биләмәһендә Луганск республикаһынан 1500 бала ял итте.
Пленар ултырыш аҙағында Андрей Назаров белем биреү системаһы хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты