Белем һәм тәрбиә
27 Август 2022, 07:00

800 йылдан ашыу уҡыталар!

Айгөл Ураҙгилдина "Педагогик династия" төбәк-ара конкурсында Исламғоловтар нәҫеле исеменән сығыш яһап, Гран-при яуланы.

800 йылдан ашыу уҡыталар!800 йылдан ашыу уҡыталар!
800 йылдан ашыу уҡыталар!

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы Айгөл Ураҙгилдина Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған сарала дөйөм педагогик стажы 800 йылдан ашыу тәшкил иткән Исламғоловтар нәҫеленең намыҫын яҡлап сығыш яһаған.

Был нәҫелдән иң арҙаҡлы уҡытыусыларҙың береһе Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Баймаҡ районы мәктәптәрендә балаларға белем биргән. Ул "Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 60 йыллығы" юбилей миҙалы менән наградланған.

Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙына инәй тейешле Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова иһә 1957 йылда Баймаҡ районының Әхмәр ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башлай. Уның намыҫлы хеҙмәте РСФСР мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланған. Мәхмүзә Исламғолова әлеге ваҡытта Ярат ауылында йәшәй һәм, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның өлкән ҡыҙы Наилә Хәкимйән ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы. Баймаҡ районының Покровка мәктәбендә етәксе вазифаларҙа эшләне, һуңғы йылдарҙа Сибай гимназия-интернатында балаларға математика фәненән һабаҡ бирә. Дәрәжәләр биләһә лә, уҡытыусы булмышына тоғро ҡалып, математика фәненән белем биреүен һис ташламаған.

Исламғоловтар нәҫеленән иң йәш уҡытыусы - Наилә ханымдың ҡыҙы Юлиә Владимировна. Ул Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй.

Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙының бер туған апайы Мәҙинә Нәҙерғолова ла Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Ул Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Мәҙинә Нәҙерғолованың ҡыҙы Нурзилә Нәҙерғолова - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, "Башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусыһы-2018" төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе. Әлеге ваҡытта Өфөнөң 5-се лицейында башҡорт балаларына туған телдән дәрес бирә. Нәҙерғоловтарҙың улдары Илгиз Дәүләтгәрәй улы Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙан уҡыта. Бик күп республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты.

- Конкурста сығыш яһау өсөн бүленгән ваҡыт эсендә нәҫелебеҙҙең барлыҡ уҡытыусылары хаҡында һөйләп өлгөрә алманым. Зат-ырыуымдың шундай уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы булыуы менән сикһеҙ ғорурланам! Ярышҡа мине төрлө яҡлап әҙерләргә ярҙам иткән колледж коллективына, туғандарыма рәхмәтем сикһеҙ. Был - беҙҙең дөйөм еңеү! - ти Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙы.

Айгөл үҙе - Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһында белем ала, артабан Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Тормош иптәше Хәлил Ураҙгилдин менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Фото: Айгөл Ураҙгилдинаның шәхси альбомынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас