

Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының профсоюз комитеты медицина хеҙмәткәрҙәренең 1-се класҡа уҡырға барасаҡ балаларына бүләккә мәктәп кәрәк-яраҡтары һалынған сумка әҙерләп тапшырҙы. Был матур традиция йыл һайын ойошторола.
-Буласаҡ уҡыусылар һаны быйыл 58. Шуларҙың - 31-е ҡыҙ, 27-һе малай. Балаларға ла, ата-әсәләргә лә уңыштар, түҙемлек теләйем, - тине профком рәйесе Басир Шәрипов.
Профком рәйесе, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Басир Марат улы “Мәктәптә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһын быйыл 22-се тапҡыр ойошторҙо. Дөйөм алғанда, Басир Шәрипов аҡ халатлыларҙың профсоюз комитетын 25 йыл етәкләй. Республиканың медицина учреждениеларында сирек быуат был вазифаға тоғро ҡалған берҙән-бер рәйес булыуы ла уның эшмәкәрлегенең тотороҡло булыуын раҫлай.
Һанаулы ғына көндәрҙән был ҡыҙ һәм малайҙар партына артына ултырыр, йылдар үтер, мәктәпте тамамлар һәм кем белә, бәлки, улар араһында ла ата-әсәләренен юлын дауам итеп табип һөнәрен һайлар әле.
Фото: Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы сайтынан.