Белем һәм тәрбиә
27 Август 2022, 10:05

Зөһрә Рәхмәтуллина яңы мәктәп төҙөлөшөн түҙемһеҙләнеп көтә

Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы.

Зөһрә Рәхмәтуллина яңы мәктәп төҙөлөшөн түҙемһеҙләнеп көтәЗөһрә Рәхмәтуллина яңы мәктәп төҙөлөшөн түҙемһеҙләнеп көтә
Зөһрә Рәхмәтуллина яңы мәктәп төҙөлөшөн түҙемһеҙләнеп көтә
"Беҙҙең Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Байрам башланғанға тиклем ике йыл ғына ваҡыт ҡалды, һәм мин был ваҡытҡа баш ҡалала бик күп мөһим, кәрәкле һәм яҡшы объекттар булырға тейеш уйлайым. Ҡала тағы ла заманса һәм матур булып китәсәк!
 
Проекттарҙың береһе - Кузнецов затонында яңы дөйөм белем биреү мәктәбе, заманса мәктәп, рекордлы 2200 урынға иҫәпләнгән белем йорто. Мәктәп баш ҡалала ғына түгел, республикала лә иң ҙуры һәм шәбе булырға тейеш. Яҡшы проект әҙерләнгән, подрядсы сентябрь аҙағына тиклем билдәле буласаҡ.
 
Мин, мәғариф министры ( ә элекке уҡытыусылар һәм министрҙар булмай!), төҙөлөштө башлау көнөн түҙемһеҙләнеп көтәм, сөнки был биҫтәлә минең таныштарым, элекке студенттарым, таныштарымдың таныштары күп йәшәй Балалар күп! Оҙаҡ көтөргә ҡалманы! - тип яҙҙы Зөһрә Йыһанур ҡыҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фотолар Зөһрә Рәхмәтуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Зөһрә Рәхмәтуллина яңы мәктәп төҙөлөшөн түҙемһеҙләнеп көтә
Зөһрә Рәхмәтуллина яңы мәктәп төҙөлөшөн түҙемһеҙләнеп көтә
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас