

«Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәбе» - ул идеаль мәктәп концепцияһы, унда балалар теләп уҡыясаҡ, ә педагогтар теләп эшләйәсәк.
Яңы проектта бөтә методик материалдар берҙәм документҡа йыйылған һәм белем, тәрбиә биреү өсөн шарттар тигеҙ – ул мәктәптең ҡайҙа һәм ниндәй ресурстары булыуына бәйле түгел.
2022 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың 150 мәктәбе һынау режимында проектта ҡатнаша. Проект хаҡында ентеклерәк республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләй.
Тура эфирҙы ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://vk.com/video-201146046_456241651
Фото: smartik.ru