

Өфө ҡалаһындағы 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән алдынғылыҡты бирмәй. Белем биреү учреждениеһында 2022/2023 уҡыу йылында бөтәһе 1500 тирәһе бала уҡыясаҡ, ә беренсе класҡа 200-гә яҡын ҡыҙ һәм малай киләсәк.
1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Булат Туҡтамышев билдәләүенсә, оҙайлы йәйге каникулда белем усағында бер көнгә лә эш туҡталмаған, кабинет-бүлмәләрҙе ремонтлау эштәре башҡарылған, ҡыҫҡаһы, мәктәп уҡыусыларҙы 1 сентябрҙә ҡабул итергә тулыһынса әҙер.
Полилингваль гимназияла уҡыусы балаларҙы төрлө телдә уҡытыуға көслө иғтибар бүленә. Педагогтар республика ғына түгел, Рәсәй конкурстарында ла әүҙем ҡатнаша, ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа төрлө олимпиадаларҙа һәм ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Фото: ufa-gid.ru