

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары һәм ведомство етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Улар республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыу сифатын күтәреү буйынса фекер алышты.
Былтыр Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу сифаты һәм ойоштороу мониторингы системаһы булдырылды. “Ҡайнар ашты контролдә тотоу” модуленең барлыҡҡа килеүе мәктәп туҡланыуын үтә күренмәле һәм асыҡ итте. Был ата-әсәләр берләшмәһе менән конструктив диалог булдырырға ярҙамлашты. Июнь айында Рәсәй Мәғариф министрлығының уҡыусыларҙың туҡланыуын тикшереү федераль үҙәгенән килгән делегация республика тәжрибәһен ентекләп өйрәнде. Республикаға идара итеү үҙәгендәге профилле мәғлүмәт системаһы эшен юғары баһаланылар.
–Мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса беҙҙең практика Стратегик башланғыстар агентлығының “Бала саҡтан сәләмәтлекте һаҡлау” конкурсында еңеүсе тип танылды. Уҡыусыларҙың туҡланыу сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән берлектәге эш дауам итәсәк. Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда 510 мең бала уҡыясаҡ. Был үткән йылдағынан 11 меңгә күберәк. Уҡыусыларҙың туҡланыуы раҫланған график буйынса, ағымдарҙы айырыуҙы иҫәпкә алып, ойошторолорға тейеш. Бынан тыш, аҙыҡ-түлектең һәм әҙер ризыҡтарҙың норматив талаптарға ярашлылығы айырым контролдә булһын, – тине Андрей Назаров.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов туҡланыу сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән сараларға туҡталды. Уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә контракттар төҙөү тәжрибәһе дауам иттереләсәк. 15 районда контракттар - өс йылға, 24 районда 1,5-2 йылға төҙөлгән. Бер йәки өс айға төҙөлгән контракттар тулыһынса өҙөлгән.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, быйыл ғинуар-май айҙары осоронда былтырғы ошо мәл менән сағыштырғанда мәктәп туҡланыуындағы етешһеҙлектәр кәмегән. Мәҫәлән, сифатһыҙ аҙыҡ асыҡланған осраҡтар 83 проценттан 17 процентҡа тиклем аҙайған.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин яңы уҡыу йылында мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу тураһында һөйләне. 1 сентябрҙән министрлыҡ тарафынан көндәлек режимда “Ҡайнар ашты контролдә тотоу” модулендә туҡланыуҙы ойоштороуҙы баһалау буйынса мониторинг тергеҙелә.
Андрей Назаров Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында тәрбиәләнгәндәр өсөн түләүҙәрҙең максималь күләмен билдәләү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57105