Белем һәм тәрбиә
30 Август 2022, 13:19

Ҡаланың бер биҙәге булыр

Нефтекаманың 9-сы мәктәбе юбилейға әҙерләнә.

Нефтекама ҡалаһындағы 9-сы мәктәпте Касёв биҫтәһенең йөҙө тип билдәләргә мөмкин. Биҫтәнең “ҡыҙыл” линияһында урынлашҡан белем усағы һәр кемдең күҙ алдында һәм ҡала халҡының, ҡунаҡтарҙың да иғтибарын йәлеп итә. Әммә уҡыусыларҙы һоро төҫтәге күңелһеҙ стеналарҙың ҡаршы алыуы – бер эш, ә яңыртылған ҡыйыҡлы, аҡ, зәңгәр, йәшел төҫтәргә буялған сағыу белем усағына уҡырға йөрөү – бөтөнләй икенсе күренеш.

Күптән түгел был мәктәп, белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса федераль програм­маға ярашлы башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә, байрамса төҫ алды. 1977 йылда төҙөлгән уҡыу йортонда тәүге тапҡыр күләмле ремонт башҡарылды. 

– Капиталь ремонт эштәре быйыл мартта башланды.  Иң тәүҙә стеналар иҫке штукатурканан, эзбизташтан, буяуҙан таҙартылды. Артабан тәҙрәләр, ағас иҙәндәр, йылытыу системаһы, электр сымдары, яҡтыртҡыстар алмаштырылды. Стеналарҙы буяу, коридор­ҙарға плитә түшәү, линолеумды, ишек­тәрҙе, ҡыйыҡты алмаштырыу, санузел­дарҙы, кейенеү бүлмәләрен, спорт залын ремонтлау дауам итә. Объектта 60-ҡа яҡын эшсе эшләй. Яңы уҡыу йылына мәктәп яңыртылған төҫ ала һәм заманса яңы мәктәптән кәм булмаясаҡ, – тип һөйләне башҡарылған эштәр тураһында “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһының биҙәкләү участкаһы мастеры Екатерина Атыева.

Беҙ барғанда бөтә участкаларҙа ла – мәктәп коридорҙарында, кластарҙа эш ҡайнай ине. Эшселәр, ҡуйылған бу­рыс­тың етдилеген аңлап, ифрат тыры­ша. Яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем бөтә төҙөлөш сүп-сарын сыға­рып түгергә, генераль йыйыштырыу үткә­рергә һәм бүлмәләргә тейешле йыһаз ҡуйырға кәрәк бит. Мәктәпте 1 сентябргә тейешенсә файҙаланыуға тапшырыу өсөн төҙөүселәрҙең эш көнө ике сәғәткә – иртәнге 8-ҙән киске 7-гә тиклем арт­тырылған, улар хатта шәмбе көн­дә­рендә лә эшләй. Ошо арала объектҡа өҫтәмә биҙәкләүселәр төркөмө килгән. 

9-сы мәктәптең директоры Резида Ғабдрахманова капиталь ремонт һөҙөм­тәһендә күп кенә мәсьәләнең хәл ителәсәгенә шат.

– Быйыл беҙҙең белем усағына 45 йыл тула. Мәктәпкә капиталь ремонт ул асылғандан алып үткәрелмәгән, шуға күрә был – уның юбилейына бик шәп бүләк. Быға тиклем йылытыу, һыу менән тәьмин итеүҙә мәшәҡәттәр булды, ҡыйыҡ өлөшләтә аҡты... Әлбиттә, йыл һайын косметик ремонт яһаныҡ, әммә ул ғына етмәй ине. Уҡыусылар мәктәпте ремонтлау буйынса эшебеҙҙе баһалар, яңы йыһазға һәм биҙәлешкә һаҡсыл ҡарар, тип ышанабыҙ, – тине директор.

Нефтекама ҡала хакимиәтенең мә­ғариф идаралығы етәксеһе Рөстәм Ура­ҙаев мәктәптәрҙә федераль про­грам­маға ярашлы алып барылған эштәрҙе шәхсән күҙәтеп бара. Сәфәребеҙ көнөндә беҙ уны 9-сы мәктәптә тап иттек. 

– Әлеге ваҡытта биш мәктәптә ремонт бара, улар араһынан 3-сө, 9-сы мәктәптәрҙә һәм Ташкин ауылындағы белем усағында ремонт 30 авгусҡа тамамланырға тейеш. 6-сы һәм 7-се мәктәптәрҙә ремонт ике йыл дауам итәсәк, – тип хәбәр итте Рөстәм Айрат улы. – Әгәр бөтә мәктәптәр буйынса ҡарағанда, әҙерлек кимәле насар түгел. Эштәр планлаштырылған графикка ярашлы бара. Ремонт барған белем усаҡтарындағы иң күләмле эштәр – иҙәнде алмаштырыу, фасадтарҙы яңыр­тыу, ҡыйыҡты ремонтлау. Шулай уҡ йылытыу системаһы, электр селтәрҙәре яңыра. Был объекттарҙы ҡорамалдар менән йыһазландырыу шулай уҡ федераль проектҡа ярашлы башҡарыла.

Мәктәптәрҙәге һәр бина 6 600 000 һумға торошло ҡорамал менән йыһаз­ландырыла. Мәҫәлән, 7-се мәктәп ҡара­мағында ике бина иҫәпләнә, уларға йыһаз өсөн 13 200 000 һум аҡса бүленә. Ремонт эштәре быйыл сентябргә тамамланған мәктәптәр яңы уҡыу йылына ҡорамалдар ала. Ә 2023 йылдың авгусында ремонт бөткән белем усаҡтары киләһе уҡыу йылына яңы йыһазға эйә буласаҡ.

3-сө, 9-сы һәм Ташкин ауылы мәк­тәптәрен төҙөкләндереү буйынса ла эш­тәр быйыл йәй башҡарыла. Төҙөк­ләндереү асфальт япмаһын, бордюрҙы, мәктәп янындағы ҡоймаларҙы алмаш­тырыуҙы һәм йәшелләндереүҙе күҙ уңында тота. 6-сы һәм 7-се мәктәптәрҙә эш күләме ҙурыраҡ. Бында электр сымын алмаштырыу, иҙән һалыу, ҡыйыҡ ябыу эштәре дауам итә, фасад яңыра, шуға күрә ошо белем усаҡтарының уҡыусылары яңы уҡыу йылын башҡа мәктәптәрҙә башлай һәм яҡынса ноябрь аҙағында туған мәктәптәрендә уҡыуын дауам итәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, план­лаштырылған эштәрҙең 90 процентын быйыл ноябргә тамамлау планлаштырыла, ҡалғандары 2023 йылдың яҙ һәм йәй айҙарында башҡарыла.

Сағыу биҙәктәр, яңы йыһаз, тигеҙ асфальт, моғайын, мәктәп уҡыусыла­рына һәм хеҙмәткәрҙәренә яҡшы кәйеф бүләк итер һәм, һис шикһеҙ,  яңы ҡаҙа­ныштарға әйҙәр. Тағы ла бер ҡыуа­ныс­лы яңылыҡ: мәктәп фасадында ике яҡтан да “Туған Нефтекама” тигән яҙыу ҡуйыла. Йәш быуында илһөйәрлек рухы уятҡан һүҙҙәр ҡараңғы ваҡытта яҡтыр­тылып, әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә әйҙәп торасаҡ.

 
Юлия ЩЕЛЧКОВА

Нефтекама ҡалаһы.

Читайте нас