

Яңы уҡыу йылы башланыуға бер-ике көн ҡалды. Балалар, августың ҡояшлы көндәрен файҙаланып, рәхәтләнеп ял итте. Ә белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн иһә бик ҡыҙыу осор был. Балалар 1 сентябрь – Белем көнөн таҙа, төҙөк, күркәм биналарҙа ҡаршы алһын өсөн улар бар көсөн һала.
Учалы районы педагогтары ла, ең һыҙғанып, яңы уҡыу йылына әҙерләнде. Һәр бер мәктәптә косметик ремонт уҙғарылды – стеналар, түшәмдәр буялды, ағартылды, ихата, мәктәп алдары төҙөкләндерелде, йыһаз ипкә килтерелде.
Бынан тыш, һәр уҡыу йортонда йылдан-йыл үҙ ихтыяждары барлыҡҡа килә, сөнки күпселек биналар күптән төҙөлгән, шуға ла, хәҙерге заман талаптарына ярашлы, уларға йыл һайын ремонт талап ителә.
Мәҫәлән, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол төп белем биреү мәктәбендә косметик ремонт уҙғарылған. Мәктәп бинаһы 1978 йылда төҙөлһә лә, даими рәүештә ремонт үткәрелеп торғас, бина бик яҡшы һаҡланған. Ике йыл элек район хакимиәте хәстәрлеге менән мәктәптең ҡыйығы ябылып, тәҙрәләр заманса “евро”ларға алмаштырылғас, белем усағы бөтөнләй яңы төҫ ала.
– 1 сентябргә мәктәпкә 62 бала килә, алты кескәй уҡыусы тәүге тапҡыр партаға ултыра. Уларҙы ҡаршы алырға барыһы ла әҙер. Быйыл ауылыбыҙ менән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында еңеп сыҡтыҡ. Уға ярашлы, мәктәпте тышҡы яҡтан металл сайдинг менән көпләйбеҙ, тимәк, белем усағыбыҙ тағы ла күркәмләнәсәк, – тип шатлығын белдерҙе мәктәп директоры Дим Фәтҡуллин.
Наурыҙ мәктәбе лә яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Мәктәп директоры Фирүзә Ҡаһарманова белдереүенсә, һәр кабинетта косметик ремонт уҙғарылған, стеналар, иҙәндәр буялған. Ремонт эштәрендә ата-әсәләр ҙә әүҙемлек күрһәткән. Тик 1985 йылда файҙаланыуға тапшырылған мәктәп бинаһының ҡыйығы бик иҫкерә. Яҙын-көҙөн түшәмдән һыу тамсылап ыҙалата. Ҡыуанысҡа күрә, был проблема тиҙҙән хәл ителәсәк. Әүҙем, берҙәм Наурыҙ ауылы халҡы, быйыл “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, мәктәп ҡыйығын яңыртыу проекты буйынса еңеүгә өлгәшә.
Ә Учалы ауылында урынлашҡан башҡорт гимназияһында быйыл “Ҡанатлан” республика проекты буйынса стоматология кабинеты ишектәрен асасаҡ.
Ахун мәктәбенә капиталь ремонт яһалған
Районда ҙурҙарҙан һаналған Ахун мәктәбендә капиталь ремонт тамамланыу өҫтөндә. Бында бөгөн 250 бала уҡый, уларға 32 уҡытыусы белем бирә, быйыл 24 бала беренсе тапҡыр партаға ултыра. Мәктәпте капиталь ремонтлау күптән талап ителә ине.
– 1967 йылда төҙөлгән мәктәбебеҙ бинаһы бик иҫкергәйне. Йыл һайын косметик ремонт уҙғарып торһаҡ та, иҙәндәр серей башланы, аш-һыу әҙерләй торған бүлмәнең ҡыйығынан ямғырлы көндәрҙә һыу тамсылай ине. Стеналар ҙа бер яҡҡа ауыша башланы. 2018 йылда капиталь ремонт уҙғарыу өсөн дәүләт экспертизаһы үтһәк тә, коронавирус пандемияһы эштәрҙе тотҡарланы, – тип бәйән итте мәктәп директоры Әлиә Ғәфүрова.
Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға бинаның ҡыйығы, стеналары, иҙәндәре ремонтлана, һыу үткәргестәр, канализация, йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыла, заманса евро-тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыла, башланғыс кластар өсөн бәҙрәфтәр эшләнә.
– Эштәр былтыр башланғайны. Ремонт барышында уҡыу процесы Бөйҙө мәктәбендә дауам итте. Балалар һәм уҡытыусылар бөтә уңайлыҡтары булған, иң мөһиме, хәүефһеҙлектәре тәьмин ителгән автобустарҙа йөрөтөлдө. Шуға ҡарамаҫтан, күрше ауыл мәктәбенә йөрөп белем алыу еңел булманы. Шөкөр, эш тамамлана, 1 сентябрҙә яңыртылған мәктәбебеҙ йәнә ишектәрен аса, – тип шатлығын уртаҡлашты Әлиә Барый ҡыҙы.
Ҡала учреждениелары ла балаларҙы көтә
Ҡала мәктәптәрендә лә ремонт эштәре гөрләй. Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында былтыр тәҙрәләрҙе заманса пластикка алмаштыралар, быйыл һәр кабинетта косметик ремонт уҙғарылған.
– Быйыл “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, 900 мең һумлыҡ грант яуланыҡ. Был аҡсаға лицейыбыҙҙа балалар телестудияһы асыласаҡ. Кәрәкле ҡорамалдар һатып алдыҡ, махсус кабинетты йыһазландырҙыҡ. Бынан тыш, инициативалы бюджетлау программаһында ҡатнашып, 600 мең һумлыҡ аҡсаға эйә булдыҡ. Уны учреждение бинаһында балалар өсөн ял зоналарын булдырыуға тотонасаҡбыҙ, – тип шатлыҡлы яңылыҡтарын уртаҡлашты лицей директоры Оксана Ниғмәтуллина.
Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында ла әҙерлек дәррәү бара. Мәҫәлән, 9-сы балалар баҡсаһында бинаға ингән урын ремонтланған. Рудник биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө балалар баҡсаһында газ ҡаҙанлығы монтажланған.
Бынан тыш, ҡаланың 3-сө лицейында һәм 5-се мәктәбендә, шулай уҡ райондың Ҡунаҡбай, Сәфәр, Поляковка мәктәптәрендә яңы “Үҫеш нөктә”ләре барлыҡҡа киләсәк.
Ә ҡалала урынлашҡан Балалар ижады һарайында “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты нигеҙендә “Python программалаштырыу оҫтаханаһы” асыласаҡ. Ошо маҡсатта яңы компьютерҙар һатып алынған, кабинеттар әҙерләнгән. Ике йыл дауамында балалар программалаштырыу телен өйрәнәсәк һәм үҙҙәре уйындар, ҡушымталар эшләргә оҫтарасаҡ.
Әйткәндәй, быға тиклем Учалы ҡалаһының бөтә мәктәптәрендә лә уҡытыу процесы ике сменала алып барылды. Был, әлбиттә, уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла, ата-әсәләргә лә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы.
Яңы мәктәп ишектәрен аса
Ҡалала яңы мәктәп төҙөү өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Учалыларҙың хыялы тиҙҙән тормошҡа аша – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проектына ярашлы, Учалыла 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп һалынып бөтөп килә. Төҙөлөш 1 сентябргә тамамланасаҡ, тип күҙаллана. Ҡорамалдар, йыһаз ҡуйылып, учреждение махсус комиссия тарафынан рәсми ҡабул ителгәс, мәктәп ишектәрен асасаҡ. Яңы учреждение ҡала мәктәптәрендә уҡытыу процесын бер сменалыға күсереү мөмкинлеген бирәсәк.
Мәктәптең майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итә. Дүрт ҡатлы бинала спорт залы, иркен ашхана, тантаналар залы, кабинеттар бар. Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары менән айырым блок ҡаралған. Бинаға ингән урында мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн пандустар хәстәрләнгән, ә эстә ике лифт бар.
Мәктәп биләмәһендә ете уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн хәүефһеҙ япмалы, шулай уҡ йүгереү өсөн универсаль майҙансыҡтар ҡаралған. Проектҡа ярашлы тантаналы саралар һәм ял урындары ла булдырылған.
Римма СОЛТАНОВА