Белем һәм тәрбиә
30 Август 2022, 13:18

Өфө баҡсалары матур!

Кескәйҙәрҙең үҫеше өсөн маҡсатлы эштәр башҡарыла.

Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығынан.Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығынан.
Фото:Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығынан.

Көтөп алған йәйебеҙ аҙағына яҡынлашты. Ошо көндәрҙә белем усаҡтары уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелер. Әле мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре тамамлана. Мәғариф учреждениеларының етәкселеге балаларҙы яңыртылған, төҙөкләндерелгән, санитар йәһәттән эшкәртелгән биналарҙа ҡаршы алыу хәстәрлеген күрҙе. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәкселеге лә мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереүгә, кадрҙар мәсьәләһен тейешенсә хәл итеүгә, матди яҡ менән бер рәттән уҡытыу-тәрбиә йүнәлешендә алға аныҡ маҡсаттар билдәләүгә ҙур иғтибар бүлде.

 

Тәрбиәселәр фекер алышты

 

Өфө ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре, мәға­риф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәш­мә­һенә ярашлы, бер нисә стратегик сессия, осрашыуҙар, саралар үткәрҙе. 127-се балалар баҡсаһы нигеҙендә баш ҡаланың балалар баҡсалары етәксе­ләре өсөн “Мәктәпкәсә белем биреү сифатына идара итеү: заман саҡырыуы һәм яңы мөмкинлектәр” стратегик сессияһы булды.

Мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин ҡатнашты. Тәбрикләү телмәрендә Азат Рафаил улы бөгөнгө осрашыуҙың килеп тыуған проблемаларҙы тикшереү, уларҙы анализлау һәм хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн шәп мөмкинлек булыуын, шулай уҡ тәжрибә тупларға һәм артабан үҫе­шергә мөмкинлек биреүен билдәләне. Артабан “Хәүефһеҙлек”, “Һаулыҡ һаҡ­лау”, “Персоналға идара итеү” темалары буйынса фекер алышыуҙар ойошторолдо, эшмәкәрлек алымдары барланды. Унда ҡатнашыусылар төркөмләп эшләп, стратегик яҡтан мөһим ҡарар­ҙарҙы бергәләп әҙерләне. Баш ҡаланың 1-се, 171-се һәм 240-сы балалар баҡсалары мөдирҙәре был йүнәлеш­тәрҙә үҙ тәжрибәһен уртаҡлашты.

Сараның икенсе көнөндә, стратегик сессияға ярашлы, гранттар менән эшләү методикаһын тикшереү һәм патриотик тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәле алымдарын билдәләү тураһында һөйләшеү дауам итте. Сара 127-се балалар баҡсаһы нигеҙендә ойошторолдо. Был көндәге фекер алышыуҙа Өфө ҡалаһы хаки­миәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин һәм ошо идара­лыҡтың мәктәпкәсә белем биреү һәм кадрҙар менән тәьмин итеү бүлеге етәксеһе Әнисә Баймөхәмәтова ҡат­нашты.

Команданы туплау, берҙәмлек  той­ғоһо тәрбиәләү,  коммуникатив һәм ли­дерлыҡ һәләттәрен үҫтереүҙең һәйбәт ысулы – уйындар, шуға күрә стратсес­сияның икенсе көнөнөң эше уйындарҙан башланды. “Лото” – коммуникацияларҙы көйләүҙе,  “Килешеү” – дөйөм маҡсатты күреүҙе, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған уйын.

Артабан сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикле балаларға комплекслы ярҙам күрһәтеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларға патриотик тәрбиә биреүҙең заманса проблемалары ҡаралды. Грант хәрәкәтенә булышлыҡ итеү системаһын әҙерләүгә, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһын үҫтереүгә өҫтәмә ресурстар йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленде. 21-се, 162-се, 308-се балалар баҡсалары мөдирҙәре был йүнәлештәрҙә үҙ тәжри­бәһен күрһәтте.

 

Баҡсала һәр көн файҙалы үтергә тейеш

 

Ата-әсә балаһын баҡсаға көн уҙға­рыу, үҙе эштә саҡта ҡайҙалыр ҡал­ды­рып тороу өсөн генә йөрөтмәй. Тап ошонда кескәй кеше тәүге аныҡ йүнә­лешле белемгә, тәрбиә алымдарына эйә була, ҙур донъя серҙәрен аса, мәк­тәпкә етди әҙерлек үтә. Балалар баҡса­лары етәкселәре һәм тәрбиәселәр, үҙ иңенә һалынған мөһим һәм яуаплы бурысты бар етдилегендә аңлап, йәш быуынды тәрбиәләү йүнәлешендә фиҙакәр хеҙмәт итә. Өфө ҡалаһы баҡсаларында ла һәр көн бала өсөн файҙалы, һөҙөм­тәле үтһен тигән изге маҡсатты күҙ уңында тотоп, бихисап ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар ойошторола.

Күптән түгел баш ҡаланың балалар баҡсаларында “Тылсымлы витаминдар көнө” уҙғарылды. Был аңлашыла ла, сөнки йәй – витаминдар ҡулланыу һәм һаулыҡты нығытыу өсөн иң ҡулай осор. Ғөмүмән, мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларында балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар бүленә.

Был көндә 167-се, 234-се, 237-се балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе­ләр тылсымлы витаминдар донъяһына юлланды. Тәрбиәселәр “Витаминдар – организмды һаҡлаусылар”, “Витаминдар һәм уларҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы”, “Дөрөҫ туҡланыу – һаулыҡ нигеҙе”, “Түтәлдәрҙә нимә үҫә?” тигән темаларға әңгәмәләр үткәрҙе. Балалар “Файҙалы кәрзин”, “Емеш-еләк һәм йәшелсә менән бергә үҫәбеҙ” роликтарын ҡараны, “Мөғжизәле ҡапсыҡ”, “Йәшелсә лотоһы” уйындарын уйнаны, йомаҡтар систе, күңелле эстафеталарҙа ярышты.

“Витаминдар – дуҫтарыбыҙ” сараһы барышында балалар файҙалы һәм зарарлы ризыҡтар, сәләмәт һәм дөрөҫ туҡланыуҙың мөһимлеге, ниндәй емештәрҙән ҡайнатмалар әҙерләү мөмкин булыуы хаҡында бай мәғлүмәт белде.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Дим райо­нының балалар баҡсаларында “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү – ул бик шәп!” тигән квест уҙҙы.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү – тәрбиә эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө, уға балалар баҡсаһында айырым иғти­бар бүленә. Бәләкәй бала ошо ҡағиҙә­ләрҙе үтәүҙең мөһимлеген аңлар­ға өйрәнә, сөнки уның ғүмере, һаулығы һәм хәүефһеҙлеге уларға ныҡ бәйле.

Дим районының балалар баҡсала­рында “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү – ул бик шәп!” тигән квест юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе, балаларҙың юл фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүен иҫкәр­теүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Сараны үткәреүҙә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Бәләкәй ҡатнашыусылар күңелле персонаждар, Бал ҡорто һәм ҡуян менән бергә йәйәүлеләргә ҡағы­лышлы ҡағиҙәләрҙе ҡабатланы, ни өсөн юлда уйнарға ярамағанлығын, ҡайҙа велосипедта йөрөргә, юлды нисек дөрөҫ сығырға кәрәклекте асыҡланы. Шулай уҡ балалар ҡыҙыҡлы йомаҡтарҙы систе, “Светофор”, “Юл ваҡиғалары” тигән уйындар уйнаны.

Бына шулай тәрбиәселәр баланың баҡсала үткән һәр көнөнөң файҙалы, мауыҡтырғыс үтеүе өсөн күңел көсөн дә, фантазияһын да  йәлләмәй. Әлегә күпселек мәктәпкәсә учреждениеларҙа, ремонт, төҙөкләндереү эштәре барыу сә­бәпле, дежур төркөмдәр эшләй. Тиҙҙән, атай-әсәйҙәрҙең, өлкән апай-ағайҙарының ялы тамамланыу менән, йәғни яңы уҡы йылы башланыуға бар­лыҡ төркөмдәр тулы составта кескәй­ҙәрҙе ҡабул итәсәк. Ул саҡта инде балалар баҡсалары тағы ла нығыраҡ гөрләп торор.


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас