

Башҡортостан педагогтарының быйылғы август кәңәшмәһендә “Илебеҙ киләсәге – бөгөнгө балалар ҡулында. Дөрөҫ тәрбиә һәм төплө белем биреү – милли именлек нигеҙе” тигән ҡанатлы һүҙҙәр яңғыраны. “Ошо яуаплы бурысты үтәгәндә ныҡлы таянысыбыҙ – илебеҙҙең данлы тарихы, батыр улдары, билдәле педагогтары бар. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн беҙҙең алдынғы методик алымдар ҙа, хәҙерге заман технологиялары ла етерлек”, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы ХАЖИН. Яңы уҡыу йылы башланыу алдынан ул беҙҙең гәзит хәбәрсеһенең һорауҙарына яуап бирҙе.
– Айбулат Вәкил улы, мәғариф буйынса быйылғы август кәңәшмәһе, белеүебеҙсә, “Глобаль (геосәйәси) талаптар шарттарында берҙәм белем биреү киңлеге” тигән темаға үткәрелде. Бындай теманың зарурлығын бөгөнгө заман шарттары талап итәлер, моғайын, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф өлкәһе алдына бөгөн ниндәй бурыстар ҡуйыла?
Айбулат ХАЖИН: Яңы уҡыу йылында республикала 509 706 бала мәктәпкә барасаҡ, шуларҙың 54 717-һе – беренсе класҡа. Бынан тыш, сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә Донбасстан килгән 156 бала уҡый башлаясаҡ. Бөтәһе 1 284 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер булыуы тураһында белдерҙе, 11 мәктәптә капиталь ремонт бара, һәм уларҙа дәрестәр 2023 йылдың 1 сентябрендә генә башланасаҡ. Уҡыу процесын традицион форматта һәм ғәмәлдәге санитария-эпидемиология талаптарын, ковидҡа ҡаршы нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе күҙәтеп алып барыу планлаштырыла. Дөйөм белем биреү ойошмаларындағы бөтә хеҙмәткәрҙәр тулыһынса гигиеник әҙерлек һәм аттестация, медицина тикшереүе үтһен, вакцинация яһатһын өсөн саралар күрелә.
Бөгөн беҙ үтә етди тышҡы баҫымға дусар ителәбеҙ. Бер яҡтан ҡарағанда, белем биреү даирәһе ярайһы уҡ бойондороҡһоҙ, әммә, икенсе яҡтан, фейктарға һәм ялған мәғлүмәткә ҡаршы торорға бурыслыбыҙ. Тотороҡло идеологик эш булыуы мөһим, мәктәп уҡыусылары һәм студенттары менән һөйләшеү алып барырға һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирергә, педагогтарға тәрбиә эшендә ярҙам итергә кәрәк.
Быйылғы март айынан алып барылған “Беҙҙең заман геройы”, “Халыҡтар туғанлығы”, “Тыныслыҡ тураһында ололарса һөйләшеү” һәм башҡа тематик дәрестәр үҙҙәренең файҙалы булыуын раҫланы. Был проекттарға ярты миллиондан ашыу бала ҡушылды. “Патриот” хәрби-патриотик паркында уҙғарылған “Хәтер шәме” акцияһы, Донбасста һәләк булған 130 баланы иҫкә алыу көнө, “Һалдатҡа хат” һәм башҡа саралар тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Педагогик йәмғиәттең, ата-әсәләрҙең, дәүләт власы органдарының берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә балаларҙы һәм йәштәрҙе гражданлыҡ, илһөйәрлек, рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙең йоғонтоло системаһы барлыҡҡа килде. Рәсәйҙең дөйөм милли ҡиммәттәре, белем биреү процесының бөтә кимәлдәге берлеге һәм күсәгилешлеге өҫтөнлөклө бурысыбыҙ булып тора. Дөйөм белем биреүҙең федераль уҡытыу-методика берләшмәһенең ҡарары буйынса, мәктәптәр өсөн эш программаһы әҙерләнде, ул һәр учреждение өсөн тәрбиә эшендә нигеҙ булып тора.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, быйыл Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс стандарты әҙерләнде. Яңы уҡыу йылында 62 муниципаль һәм биш дәүләт мәктәбендә 82 “Шайморатов класы” асыласаҡ, быға саҡлы ла ошондай 12 класс эшләп килә ине. Быйыл 11 октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында “Шайморатовсыларға бағышлау” тантанаһы уҙғарыласаҡ, унда 15 муниципалитеттан 500-ҙән ашыу баланың ҡатнашыуы планлаштырылған. Мәғарифҡа идара итеү органдары етәкселәренән “шайморатовсы”ларҙы форма кейеме менән тәьмин итеүҙе айырым контролгә алыуҙарын һәм Өфөгә саҡырылмаған муниципалитеттарҙа ошондай уҡ тантаналар ойоштороуҙарын һораным.
Илебеҙҙең мәғариф системаһы замандың яңы талаптарына әҙер булыуын иҫбатланы инде. “Мәғариф”, “Демография” милли проекттары һәм башҡа масштаблы программалар буйынса билдәләнгән бөтә саралар ҙа ваҡытында үтәлә. Быға миҫалдарҙы мәктәпкәсә белем биреүҙән башларға мөмкин. Башҡортостан өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә йәштәге белем биреү менән тулыһынса солғап алыу тураһында Рәсәй Президентының Указында ҡуйылған талапты ваҡытынан алда үтәне, һәм бындай шарттар бөгөн дә һаҡлана.
Беҙҙең республикала “Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү сертификаты” проекты тормошҡа ашырыла, уға ярашлы, ике айлыҡтан алып өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың ата-әсәһе хосуси балалар баҡсаһында хаҡты муниципаль учреждениенан да артығыраҡ түләмәҫкә хоҡуҡлы. Быйыл ошо проект илдә иң яҡшыларҙың береһе булып танылды һәм Рәсәй төбәктәрендә таратыу өсөн тәҡдим ителде. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында өс йәшкә тиклемге балаларға йыл һайын 2000 сертификат тапшырыла. Киләһе йылда был проект Иглин районында тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Быйыл Башҡортостанда беренсе тапҡыр имтихандар тапшырыуҙың яңы механизмын ҡулландыҡ: контроль-үлсәү материалдары сит йоғонтонан һаҡланған каналдар буйынса тапшырылды. Был технология быйыл Рәсәйҙең 12 төбәгендә генә ҡулланылды, һәм Башҡортостан улар араһында – пункттары һәм аудиториялары иң күп булғаны. Берҙәм дәүләт имтихандарының быйылғы һөҙөмтәләре тотороҡло, ә бит 2022 йылда Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡағылышлы контроль-үлсәү материалдарының балалар 1-се кластан алып федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡыған барлыҡ предметтар буйынса ла яңыртылыуы шикләндерә ине. Контроль-үлсәү материалдарына уҡыу барышында үҙләштерелгән мәғлүмәтте ҡабат әйтеп биреүҙе түгел, ә уны анализлауҙы, киңәйтелгән фекер йөрөтөүҙе, дәлилләүҙе маҡсат итеп ҡуйған заданиелар өҫтәлгәйне.
Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса уртаса балл дүрт уҡыу предметы буйынса артты, шулай уҡ туғыҙ предметтан Рәсәйҙәге уртаса һөҙөмтәләрҙән юғарыраҡ булды. Быйыл беҙҙең 80 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханынан 100 балл алды, шуларҙың дүртәүһе – “мультибалльниктар”. Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл алған һәм Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына ингән уҡыусыларға Башҡортостан Башлығының бер тапҡыр бирелә торған премияһы тапшырыла. Ошо уҡыу йорттарының Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ағзалары булыуы мотлаҡ.
Тағы ла бер көнүҙәк тема – мәктәп уҡыусыларының туҡланыуы. Республикала бөтә мәктәптәрҙә лә башланғыс кластарҙа ҡайнар аш менән түләүһеҙ туҡландырыу ойошторолған. Контроль дә тейешле кимәлдә, шул иҫәптән – ата-әсәләр яғынан да. Быйыл ошо эштең сифатына ҡарата килгән ялыуҙар һаны туғыҙ тапҡырға кәмене, проект тотҡарлыҡһыҙ тормошҡа ашырыла. Мәктәп уҡыусыларын туҡландырыуҙың уңышлы барыу нигеҙе – тулы асыҡлылыҡ. Меню мәктәп сайтында урынлаштырыла һәм ата-әсәләр уны күреп-белеп тора. Әйткәндәй, Башҡортостандың мәктәп уҡыусыларын туҡландырыуҙа ата-әсәләр контролен ойоштороу буйынса тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн дә тәҡдим ителде.
– Яңыраҡ булып уҙған пандемия осорондағы дистанцияла уҡыуға ниндәй баһа бирергә мөмкин, был эштең ыңғай һәм кире яҡтарын нисек күрһәтергә була?
Айбулат ХАЖИН: Пандемия осоронда онлайн тәртибендә уҡытыу үҙенең ыңғай яҡтарын да, кире һыҙаттарын да күрһәтте. Статистика буйынса, мәҫәлән, өҫтәмә уҡыуҙың онлайн-ресурстарынан файҙаланыусылар артты, дистанцияла уҡыу үтеп киткәс тә күптәр бындай ресурстарҙы ҡулланыуын дауам итәсәген белдерҙе. Ситтән тороп уҡыған айҙарҙа уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ваҡытлыса файҙаланыуға мәктәптәрҙән 7,5 мең компьютер ҡорамалы биреп торҙолар, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 9-сы класс уҡыусыларына, “Йортта уҡырға ярҙам ит” программаһына ярашлы, 200 планшет тапшырылды.
Шул уҡ ваҡытта беҙ дистанцияла үткәрелгән дәрестәрҙең уҡыу сифатына кире йоғонто яһауын да асыҡланыҡ, дәрес дауамында уҡытыусының үҙ уҡыусыһы менән күҙгә-күҙ аралашыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, баланың дәрес материалын үҙләштереү сифатын да тейешле контролдә тотоп булмай.
– Һуңғы арала уҡытыуҙа Болон системаһынан сығыу кәрәклеге хаҡында йыш һөйләйҙәр һәм яҙалар. Был системаның асылы нимәлә, ни өсөн унан сығырға кәрәк һәм ахырҙа ниндәй һөҙөмтә көтөлә?
Айбулат ХАЖИН: “Болон системаһы” төшөнсәһендә Рәсәйҙә ике кимәлдәге белем алыуҙы – бакалавриат менән магистратураны – күҙ уңында тоталар. Ул “Европала юғары белем алыу” халыҡ-ара декларацияһына нигеҙләнгән, уға Европаның 29 иленең мәғариф министрҙары ҡул ҡуйғайны, Рәсәй был декларацияға 2003 йылда ҡушылды. Был системаның сифатлы белем бирә алмауы, унан сығыу кәрәклеге тураһындағы һөйләшеү күптән бара. Быйыл 24 майҙа “Коммерсант” баҫмаһына биргән интервьюһында Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков ошо системаны “үтелгән этап” тип атаны. “Киләсәк – үҙебеҙҙең донъялағы берҙән-бер белем биреү системаһында. Уның нигеҙендә милли иҡтисад мәнфәғәттәре һәм һәр студент өсөн максималь мөмкинлектәр киңлеге ятырға тейеш”, – тине ул. “Рособрнадзор” етәксеһе Анзор Музаевтың ТАСС агентлығына хәбәр итеүенә ҡарағанда, Болон системаһынан сығыу ике йыл дауамында этаплап барасаҡ. Шулай ҙа, белгестәр раҫлауынса, ике кимәлдәге белем алыуҙың һаҡланып ҡалыуы ла ихтимал, тик ул Рәсәй белем биреү системаһы ихтыяждарына ҡарап үҙгәртеләсәк.
Рәсәйҙә был системаны камиллаштырыу дауам итә. Быйыл 1 сентябрҙән республикала 1-се кластан алып 5-кә тиклем яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттары индерелә башлаясаҡ. Белем биреүҙең йөкмәткеһен үҙгәртеүҙә, белем биреү программаларын унификациялауҙа, берҙәм мөхит тыуҙырыуҙа был бик мөһим аҙым булып тора. Мәктәптәргә айырым уҡыу предметтарын тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатын ҡуйған индивидуаль уҡыу программалары эшләү һәм тормошҡа ашырыу хоҡуғы бирелде. Педагогтарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Фәндәр академияһының Мәғарифты үҫтереү стратегияһы институты эш программалары конструкторы булдырҙы. Шуныһына иғтибарҙы йүнәлткем килә: уҡытыусының был конструкторҙы файҙаланыуы бюрократик йөк күләмен кәметеү, уҡыу предметтарын өйрәнеү алымдарын стандартлаштырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Мәғариф һәм Һанлы үҫеш министрлыҡтары традицион мәғариф системаһына ярҙамға “Мәктәбем” мәғлүмәт системаһын булдырҙы. Был система үҙебеҙҙең ил программаһы буйынса эшләнгән, тулыһынса яҡлаулы, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға бер-береһе менән аралашыу форсаты бирә. Шуныһын да билдәләргә теләйем: мәғлүмәт технологиялары традицион белем биреү системаһын алмаштырмай. Был система педагогтар өсөн уҡытыу мөмкинлектәрен киңәйтә, ә уҡыусылар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте ышаныслы ресурстарҙа эҙләп таба ала.
– Мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә Һеҙ мәктәптәрҙә яңы вазифа – директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе буласағы тураһында иғлан иттегеҙ һәм 25 авгусҡа ҡәҙәр тәрбиә программаһына төҙәтеүҙәр индерергә ҡуштығыҙ. Был ни өсөн кәрәк һәм тәрбиә процесына ниндәй төҙәтеүҙәр индереү күҙаллана?
Айбулат ХАЖИН: Эйе, 1 сентябрҙән һәр мәктәптә директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе вазифаһы булдырыласаҡ – тәрбиә эшендә тап улар координатор буласаҡ. Шулай итеп, Башҡортостан “Бала саҡ навигаторы 2.0” Бөтә Рәсәй проектына ҡушылды. Федераль ҡаҙна иҫәбенә ике меңгә яҡын белгес ошо эштә ҡулланыу маҡсатында теоретик һәм ғәмәли әҙерлек үтте, улар тәүҙә конкурс нигеҙендә һайлап алынғайны. Кәңәшселәрҙең эше – уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләргә, мәктәп уҡыусыларына йәмәғәтселек хәрәкәттәрендә һәм проекттарында ҡатнашырға ярҙам итеү. Был бурыстың үтәлешен тәьмин итеү, һәр баланы тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған бер бөтөн система төҙөү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.
– Шул уҡ кәңәшмәлә Һеҙ мәктәптең һәләтле балаларға тейешле иғтибар бүлмәү проблемаһына ла туҡталдығыҙ, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа уҡытыусылар уҡыу предметына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҙур булған балаға бөтөнләй иғтибар итмәй ҙә икән. Ә бит бындай балаларҙы беҙ милләттең киләсәк элитаһы тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Ошо проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
Айбулат ХАЖИН: Башҡортостанда һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү буйынса барған системалы эш юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеге бирҙе. Уларҙың иң киң таралғаны һәм абруйлыһы – Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы. Быйыл ошо Олимпиада йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙәге иң көслө ун төбәк исемлегенә инде. Олимпиаданың аҙаҡҡы этабында туғыҙ бала еңеүсе булып танылды һәм 27-һе призер булды. Былтыр 725 уҡыусы һәм педагог премиялар менән бүләкләнде. Бынан тыш, йыл һайын Башҡортостан Башлығының 100 стипендиаты һайлап алына, һәм был һәләтле балалар уҡыу йылы барышында ай һайын өсәр мең һум стипендия ала.
Шулай ҙа системалы эш ҡаҙаныштар менән бергә айырым кәмселектәр тураһында ла һөйләргә сәбәп булып тора. Уҡыусылар, олимпиада хәрәкәте кәңәшсе-тәрбиәселәре менән осрашыуҙар күрһәтеүенсә, һәләтле балаларға иғтибар етерлек түгел әле. “Аврора” һәләтте үҫтереү үҙәгенә мәктәп уҡыусыларын олимпиада хәрәкәтенә мөмкин тиклем киңерәк йәлеп итергә, һәләтле балаларҙы асыҡларға һәм ҡурсаларға ҡушылды.
– Билдәле булыуынса, йәйге каникул мәктәп биналарын яңыртыу, ремонтлау, ихатаны төҙөкләндереү өсөн дә файҙаланыла. Быйылғы йәйҙә төҙөлөш эштәре нисек бара?
Айбулат ХАЖИН: Капиталь ремонт буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала һуңғы ике йыл эсендә 197 мәктәп бинаһы яңыртыласаҡ. Әгәр ҙә быйыл 21 меңгә яҡын уҡыусы яңыртылған 63 мәктәпкә килһә, артабанғы уҡыу йылында 48 меңдән ашыу бала шулай уҡ тейешенсә ремонтланған 134 мәктәптә уҡый башлар тип планлаштырабыҙ. Бының өсөн республика федераль ҡаҙнанан ғәйәт ҙур ресурс – туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итте.
Ремонтҡа ғаризалар биреү кампанияһында депутаттар корпусы һәм Федерация Советы тарафынан ҙур ярҙам алдыҡ. Рәхмәт уларға! 2024-2025 йылдарға өҫтәмә заявка әҙерләнек, уға 184 мәктәп индерелгән. Мин Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрованың был эштә ярҙам күрһәтеүен һораным.
Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәте тарафынан беҙҙең система даими рәүештә ҙур ярҙам ала. Быйыл ғына ла уҡыу биналарын капиталь ремонтлау һәм инфраструктураны яҡшыртыу маҡсатында колледждарға 500 миллион һум бүленде. Бынан тыш, ике йыл эсендә колледждарҙың ятаҡтарында социаль-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға финанс күләме 116 миллион һумға етте.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, мәктәптәрҙе уҡытыу һәм тәрбиәләү саралары менән йыһазландырыу дауам итә. Быйыл 240 дөйөм белем биреү ойошмаһы “Һанлы белем биреү мөхите” проекты буйынса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Шулай итеп, бындай ойошмалар һаны 609-ға етәсәк. “Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проекты нигеҙендә тағы ла 216 “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге булдырыласаҡ, ундай үҙәктәр һаны 598-гә етәсәк. Стәрлетамаҡта “Кванториум” балалар технопаркы һәм IT-клуб асылды, ә быйыл республикала бөтәһе ошондай ете IT-клуб асасаҡбыҙ.
– Теләһә ниндәй тармаҡтың проблемалары тураһында һөйләшкәндә “Барыһын да кадрҙар хәл итә” тигән билдәле фекер ҡабатлана. Уҡытыусылар составындағы үҙгәрештәр, кадрҙар ҡеүәтен яңыртыу тураһында нимә әйтергә мөмкин, тиҙ үҙгәрә барған бөгөнгө шарттарҙа педагогтар алдына ниндәй талаптар ҡуйыла?
Айбулат ХАЖИН: Эйе, әлеге мәлдә педагогия кадрҙарына мохтажлыҡ тулыһынса бөтөрөлгән, тип әйтеп булмай. Айырыуса беҙҙә инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте, математика, физика һәм башланғыс класс уҡытыусылары етешмәй. Был бигерәк тә Ҡалтасы, Мәсетле, Бөрө, Балтас, Благовар, Йәрмәкәй райондарына хас. Әммә Башҡортостанда педагогик көстө яңыртыу өсөн планлы эш бара, педагог һөнәрҙәренә маҡсатлы уҡытыу һәм һөнәри уҡыуын тамамлағандарҙы артабан эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса юғары уҡыу йорттары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Былтыр, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеттарына маҡсатлы уҡытыу иҫәбенә 500 кеше алынды. Быйыл 514 буласаҡ белгес ҡабул ителде.
Әлеге ваҡытта педагогик юғары уҡыу йорттарында һәм квалификацияны камиллаштырыу институтында кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Ошо бурысты үтәүгә мәктәптәр базаһында профилле педагогик кластар булдырыу ҙа ярҙам итә. Республикала бөтәһе 52 педагогик класс эшләп килә, быйыл тағы ла 64-те ойошторорға уйлайбыҙ.
Иҡтисади хәлдәр ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, республикала ауыл уҡытыусыларына грант ярҙамы ла туҡтатылмай. Быйыл педагогтарға 690 мең һум күләмендәге 25 грант бүленгән. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса 100 балл алған уҡыусыларҙы әҙерләгән педагогтарҙы ла онотмайбыҙ, уларға 50 мең һум күләмендә премия түләнә. Башҡортостан Башлығы гранттары, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса премиялар ҙа даими бирелә.
Сираттағы ҡыҙыҡлы уҡыу йылы башлана. Башҡортостан педагогтарына сәләмәтлек, түҙемлек һәм күңел күтәренкелеге теләйем. Шуны хәтерҙә тотайыҡ – педагогик йәмәғәтселек һәр саҡ алғы һыҙыҡта бара, һәм йәмғиәттең белем кимәле уҡытыусыларҙың эш сифатына бәйле.