Белем һәм тәрбиә
30 Август 2022, 04:15

Мәктәптә финанс белеменә өйрәтә башлайҙар

2022 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә финанс грамоталылығын уҡытыу мотлаҡ талап буласаҡ

Мәктәптә финанс белеменә өйрәтә башлайҙарМәктәптә финанс белеменә өйрәтә башлайҙар
Мәктәптә финанс белеменә өйрәтә башлайҙар

2022 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә финанс грамоталылығын уҡытыу мотлаҡ талап буласаҡ.

Был яңы дәрес бөтә илдә индерелә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын яңыртыу – Рәсәйҙең Мәғариф һәм Финанс министрлыҡтары, шулай уҡ Рәсәй Банкының берлектәге эш һөҙөмтәһе.

Финграмоталылыҡты мәктәп уҡыусылары беренсе кластан уҡ өйрәнә башлаясаҡ һәм туғыҙынсы класҡа хәтлем уҡыясаҡ.  Был осраҡта бер үк предмет күҙ уңында тотолмай. Финанс грамоталылығы элементтары башҡа предметтарға интеграцияланасаҡ. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа төп төшөнсәләрҙе математика дәресендә үтәсәктәр, 5-9-сы кластарҙа йәмғиәтте өйрәнеү, география, информатика дәрестәрендә ошондай элементтар өйрәнеләсәк. Бөтә был предметтар буйынса сәғәттәр һаны артмаясаҡ.

Рәсәйҙә финанс белемен төп мәктәп дәрестәренә индерергә мөмкинлек биргән 70-тән ашыу сценарий әҙерләнгән. Улар Рәсәй Мәғариф министрлығының “Мәктәбем” платформаһында баҫыла, ул – уҡытыусыларға методик ярҙам.

Башҡортостандың күп кенә мәктәптәрендә финанс грамоталылығына элек тә ниндәйҙер дәрәжәлә уҡыталар ине. Нигеҙҙә уны йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих дәрестәрендә йәки өҫтәмә дәрес булараҡ үттеләр. 2014 йылдан алып республикала финанс грамоталылығы мотлаҡ предмет булған 24 мәктәпте берләштереүсе инновация проекты эшләп килә.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас