Белем һәм тәрбиә
30 Августа 2022, 13:06

Үҙҙәре бәләкәй, әммә маҡсаттары ҙур

Рания, Юлиә һәм Самираға бәхетле киләсәк теләйбеҙ!

Нәсих Хәлисов фотоһы.Нәсих Хәлисов фотоһы.
Фото:Нәсих Хәлисов фотоһы.

Быйыл Башҡортостанда I класҡа 55 мең тирәһе ҡыҙ һәм малай уҡырға бара. Шундай бәхетлеләр араһында “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите хеҙмәткәрҙәренең дә балалары бар. Хеҙмәттәштәремдең һүҙҙәренә ҡарағанда, мәктәпкә әҙерләнеү кеүек күңелле мәшәҡәттәр артта ҡалған, хәҙер бөтә иғтибар тик уҡыуға йүнәлтеләсәк.

Мәҫәлән, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәүилә Ғатаул­линаның ҡыҙы быйыл тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инә.

– Рания – ғаиләбеҙҙәге өс ҡыҙ араһында кинйәкәйе, – тип һөйләй Рәүилә Сулпан ҡыҙы. – Уға яңы ғына ете йәш тулды. Мәктәпкә тиҙерәк барыу теләге менән яна, уҡырға ынтылышы көслө. Апаларынан мәктәп мөхите һәм дәрестәр тураһында даими һораша, кескәй тормошондағы иң мөһим ваҡи­ғаны тулҡынланып көтә.

Рания – бик талантлы бала, йырлай, бейей, һүрәт төшөрөргә әүәҫ, һығыл­малы материалдарҙан төрлө һындарҙы бирелеп китеп әүәләй, хатта ҡапыл ғына шиғыр ҙа сығарып ҡуя. Үҫкәс, рок-йырсы булам, ти.

Баҫмабыҙҙың дәүләт һәм хоҡуҡ бүле­ге хәбәрсеһе Әлфиә Минғәлие­ваның да ҡыҙы I класҡа бара. Ата-әсәһе Юлиәне 1-се Республика күп профилле полилин­гваль гимназияһына биргән. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Инна Дьяконо­ваның класында уҡыясаҡ.

Әлфиә Илдус ҡыҙы әйтеүенсә, Юлиәнең ҡыҙыҡһыныуҙары бихисап. Балалар баҡсаһында саҡта бейеү, йыр, шахмат түңәрәктәренә йөрөгән, инглиз телен өйрәнгән. Ҡыҙҙары балалар ба­ҡсаһына бергә йөрөгән бер нисә әхирәте менән ошо гимназияла уҡыясаҡ, шуға күрә лә шатланып бөтә алмай. Ул ҙур үҫкәс уҡытыусы булырға теләй.

– Мин тыуып үҫкән Үрге Этҡол ауылында, иремдең тыуған яғы Малаяҙҙа рәхәтләнеп ял итте, етерлек көс тупланы бәләкәсебеҙ, –  ти хеҙмәттәшебеҙ. – Ты­рышып уҡырына, уҡыу алдынғыһы бу­лырына тамсы ла шикләнмәйбеҙ. Әл­биттә, ынтылыштарын үҫтерергә тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ.

– Самира 1 сентябрь көнөн түҙем­һеҙләнеп көтә, – тип һөйләй уның әсәһе, “Башҡортостан” гәзитенең секретары Рәзилә Абыҙгилдина. – Бәләкәсебеҙҙең мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла белем донъяһының ишеген йәһәтерәк асып ингеһе килгәненә иғтибар иттек. Уҡырға ла, яҙырға ла, һанарға ла тиҙ өйрәнде, һөйөнөсөбөҙ сикһеҙ.

Рәзилә Сабир ҡыҙы әйтеүенсә, Самира “мин – башҡорт ҡыҙы!”, тип йыш ҡабатларға ярата. Башҡорт телен тәрән өйрәнеү маҡсатында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын һайлаған. Уҡыу йортоноң иң шәп уҡытыусыларының береһе Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Гөлназ Мөхәмәтйәнованың класында уҡыясағына ифрат ҡыуана. Шулай уҡ йырларға, бейергә яратҡан Самира тиҙҙән “Тамыр” балалар студияһында ла дәрестәр башланыуына ныҡ шат. Йәй­геһен яҡын туғандары йәшәгән Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылында ялын үткәргән, шул осорҙа дуҫтарын, уҡытыусыларын һағынып та өлгөргән.

Рания, Юлиә һәм Самираның шат һәм көләс йөҙҙәренә ҡарап, был донъяла уларҙан да бәхетле балалар юҡтыр тип уйлайһың. Ыҫпай итеп кейенгәндәр, ранецтары уңайлы, ата-әсәләре һәр уңыштарына ҡыуанып, уларҙы һәр саҡ арҡаларынан һөйөп, дәртләндереп, маҡтап тора. Иң мөһиме, барыһы ла за­манса белем усаҡтарында белем һәм тәрбиә аласаҡ. Бәхетле киләсәк һеҙгә, бәләкәстәр!


Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас