

Кушнаренко районында “Берҙәм Рәсәй” партия проекты сиктәрендә белем биреү объекттарын ремонтлау тамамланған.
Район үҙәгендәге гимназияла “Реаль эштәр” программаһы буйынса бинаның йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәре системаһына капиталь ремонт уҙғарылған, биләмә төҙөкләндерелгән. Хәҙер гимназия уҡыусылары йылы матур бүлмәләрҙә шөғөлләнәсәк. Экономияланған аҡсаға йыл аҙағында ашхана ла ремонтланасаҡ.
Кушнаренко ауылындағы “Әтәскәй” 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә яңы уҡыу йылына матур бүләк алды. Бында канализация һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы ремонтланған.
Шулай уҡ проект сиктәрендә Кушнаренко район мәҙәниәт йортонда мәғлүмәте оҙаҡ һаҡлана торған заманса видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Бындай система халыҡ хәүефһеҙлеге өсөн бик мөһим, сөнки район мәҙәниәт йортонда кинотеатр ҙа, район китапханаһы ла бар. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем Яңы Баҡый ауылында янғынға ҡаршы һыу ятҡылығын ҡороу ҙа күҙаллана. Барлыҡ эштәр өсөн 2 миллион 895 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.