Белем һәм тәрбиә
30 Август 2022, 15:15

Ярты быуат ремонт күргәне юҡ ине...

Республика политехник лицей-интернатында капиталь ремонт тамамланды.

Ярты быуат ремонт күргәне юҡ ине...Ярты быуат ремонт күргәне юҡ ине...
Ярты быуат ремонт күргәне юҡ ине...

Күмертау ҡалаһында Республика политехник лицей-интернатында капиталь ремонт тамамланды. Бындай ремонтты уҡыу йорто төҙөлгәндән, 1970 йылдан бирле күрмәгән.

Ремонт сиктәрендә фасад яңыртылған һәм йылытылған, ҡыйыҡ алыштырылған. Ашханала, уҡыу кластарында, фойела ла ремонт үткән, ҡорамалдар алыштырылған.

Бөгөн лицей-интернатта 317 бала белем ала, уларҙың 128-е ятаҡта йәшәй.

"Бөтә эштәр ҙә юғары кимәлдә башҡарылды. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа бик ҡәнәғәт. Уҡыу йортонда белем биреү юғары кимәлдә ойошторолған, хәҙер беҙгә уҡырға килергә теләүселәр тағы ла артты, яҡын киләсәктә был мәсьәләне хәл итеп булыр", -  тип белдерҙе Республика политехник лицей-интернаты директоры Венер Һабанчин.

Фото: Күмертау районы хакимиәте.

Ярты быуат ремонт күргәне юҡ ине...
Ярты быуат ремонт күргәне юҡ ине...
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас