Белем һәм тәрбиә
31 Август 2022, 09:15

Балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим

Ошо маҡсатты ла ҡуя тәрбиә буйынса советниктар

Балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһимБалаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим
Балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим

 

Быйыл Башҡортостан Республикаһы “Балалыҡ навигаторы2.0” Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыу йүнәлешендә эш башланы. Уның сиктәрендә мәктәптәрҙә тәрбиә буйынса директор советниктары вазифаһы булдырылды. Башҡортостанда 1954 конкурсант - еңеүсе, шул уҡ ваҡытта проекттың кадрҙар резервы булды.  

Мәктәптәрҙә был вазифаға тәғәйенләнеүселәр яңы эшкә тотонорға әҙер. Уларҙың береһе Өфө ҡалаһының 82-се гимназияһынан директорҙың тәрбиә буйынса советнигы Светлана Моцартова менән әңгәмәләшеп, уның уй-ниәтен белештек.

  • Социаль педагог булып эшләгәнгә күрә, белем биреү учреждениеһында тәрбиә мәсьәләһе минең өсөн айырыуса мөһим. Директорҙың тәрбиә буйынса советнигы – бала төрлө йүнәлештә үҫеш алһын өсөн, ата-әсәләрҙе, балаларҙы һәм педагогтарҙы берләштереүсе белгес. Уның эшенең үҙенсәлеге – балаға дөрөҫ йүнәлеш биреү, төрлө йәмәғәт беркмәләре аша уға үҙен асырға, табырға ярҙам итеү. Мәҫәлән, бала хәрби һөнәр һайларға теләй икән, уға “ЮНАРМИЯ” ла ҡатнашыуҙы тәҡдим итәбеҙ. Ул унда строй әҙерлеген дә үтә, төрлө ярыш-конкурстарҙа ла ҡатнаша. Үҙен киләсәктә лидер, етәксе итеп күргән балалар өсөн дә мөмкинселек бар. Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәрәкәте лидерҙар тәрбиәләү  буйынса проекттар эшмәкәрлеге алып бара. Медицина буйынса белем алырға теләгән балаларға хәүефһеҙлек мәктәбе булдырылған, “Башҡортостан пионерҙары”ойошмаһы  - тарихыбыҙҙы һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса советнигының йәш булыуының да әһәмиәте бар – ул ул балаларҙың талаптарын яҡшы белә, был иһә  педагогтарға тәрбиә эшен алып барыуға ла булышлыҡ итә. Тәрбиә буйынса советниктар - бөгөнгө заманда  бик урынлы һәм кәрәкле вазифа. Беҙ  тәүге булып юл ярып барасаҡбыҙ, шуға ла коллегаларыма түҙемлек, көс теләйем. Үҙебеҙҙең маҡсатыбыҙға өлгәшербеҙ, Ватаныбыҙға  ышаныслы киләсәк булырҙай үҙ илен яратҡан, тарихын хөрмәт иткән балалар тәрбиәләүгә өлөшөбөҙҙө индерербеҙ тип уйлайым, - тине Светлана Михайловна.

Фото: Светлана Моцартова архивынан.

 

Балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим
Балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас