

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында быйылғы уҡыу йыланан ил мәктәптәрендә дәрестәрҙә телефон ҡулланыу тыйылыуы хаҡында белдерҙе.
– Яңы санитар ҡағиҙәләр буйынса беҙҙә дәрестәрҙә, айырып әйтәм, дәрестәрҙә, мобиль телефон ҡулланыу тыйыла, – тине Сергей Кравцов.
Уның һүҙҙәренсә, был уҡыусылар дәрестә телефонға әүрәп ултырмаһын өсөн кәрәк. Балалар, әгәр ҙә ата-әсәһе менән бәйләнешкә инергә теләһә, тәнәфес ваҡытында шылтырата ала.
Ә һеҙ был яңылыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?
Фото: https://zen.yandex.ru/media/id