Белем һәм тәрбиә
31 Август 2022, 06:15

Кескәй таланттар баш ҡалабыҙға йыйыла

Өфө йәнә “Бала саҡты ҡайтарыу” округ фестиваленең баш ҡалаһы буласаҡ. 

Кескәй таланттар баш ҡалабыҙға йыйылаКескәй таланттар баш ҡалабыҙға йыйыла
Кескәй таланттар баш ҡалабыҙға йыйыла

Башҡортостанға Волга буйы федераль округы төбәктәренән 400-ҙән ашыу балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе килә. Сара 14-18 сентябрҙә үтә.

31 августа Өфөлә фестивалде ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов ҡатнашты. “Башҡортостан бына өсөнсө тапҡыр ошондай әһәмиәтле проект өсөн майҙансыҡҡа әүерелә. Был – беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Ниндәйҙер тәжрибә тупланыҡ та инде. Фестиваль быйыл да юғары кимәлдә үтер һәм балаларға барыһы ла оҡшар, тип ышанам. Һәр хәлдә, бөгөнгө ултырыш йомғаҡтары буйынса барыһы ла килеп сығырға тейеш, ҡунаҡтарыбыҙ төрлө өлкәләрҙә үҙ һәләтен күрһәтә, әммә иң мөһиме, яҡшы тәьҫораттар туплай, дуҫтар таба аласаҡ”, - тине баш федераль инспектор.

Быйыл фестиваль программаһына ғәҙәттәге конкурстар – “Оҫталыҡ”, “Бала саҡ йондоҙҙары” ғына түгел, спорт ярыштары, шулай уҡ “Кулинарҙар алышы” кеүек яңылары, профессиональ йүнәлеш биреү дәрестәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, блогерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре лә индерелгән.  Фестивалдең барлыҡ саралары проекттың рәсми сайтында (фестивальдетства.рф) онлайн режимында күрһәтелә. Балалар өсөн Өфөлә экскурсия һәм күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Бала саҡ байрамы ҙур концерт менән тамамлана, ул республиканың үҙәк мәҙәни майҙансыҡтарының береһендә – “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторола. Конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.

“Бала саҡты ҡайтарыу” проекты 2009 йылдан алып РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡатнашығында тормошҡа ашырыла.

Проекттың төп бурыстары – балаларҙы һөнәри, танып белеү, мәҙәни һәм спорт йүнәлешендә уңышлы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

Фото: buzdyaknews.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас