Белем һәм тәрбиә
31 Август 2022, 17:30

"Йәйҙең тиҙ тамамланыуы йәл, әммә..."

Учалынан Булат Пирғәлин балаларға, ата-әсәләргә изге теләктәрен еткерҙе.

"Йәйҙең тиҙ тамамланыуы йәл, әммә...""Йәйҙең тиҙ тамамланыуы йәл, әммә..."
"Йәйҙең тиҙ тамамланыуы йәл, әммә..."

Учалынан Булат Пирғәлин үҙенең ижадын яратҡандарҙы етеп килгән байрам менән ҡотлап, яңы видеоклип тәҡдим иткән. Уның шәхси сәхифәһендә ошондай юлдар бар:

 “Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн йәйҙең һуңғы көнө. Иртәгә беҙҙең балалар мәктәпкә барасаҡ. Йәйҙең шулай тиҙ тамамланыуы бер аҙ йәл, әлбиттә. Ләкин белемдән ҡасып булмай инде. Беҙҙең бәләкәй генә коллектив барыһын да етеп килгән Белем көнө менән ҡотлай! Был байрамға күпмелер ыңғай хис-тойғо өҫтәү өсөн беҙ һеҙгә музыкаль видео яҙҙырҙыҡ. Балаларыбыҙға, уларҙың ата-әсәһенә еңел уҡыу йылы, уҡытыусыларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ҡаҙаныштар теләйем! Әйҙәгеҙ, яңы уҡыу йылын хатаһыҙ, таҙа биттән башлайыҡ!” - тип яҙған Булат Пирғәлин.

Фото һәм видео геройҙың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас