

Бөрө коррекция мәктәбе-интернаты уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңыртылған бинала ҡаршыланы.
1 сентябрҙә бында бөтә республиканан 389 бала парта артына ултырҙы, уларҙың 190-ы беренсе класҡа барыусылар һәм әҙерлек класы уҡыусылары. Әйтергә кәрәк, быйыл был учреждение белем биреү үҫешенең федераль төҙөлөш программаһына инде һәм 1 апрелдән объектта эш башланды. Төҙөлөштө подрядсы ойошма - Өфөнөң “Филком” компанияһы алып барҙы. Федераль ҡаҙнанан капиталь ремонтҡа 8547267,40 һум аҡса бүленде.
Мәктәп–интернат директоры Ирина Фәһим ҡыҙы Токарева билдәләүенсә, был аҡсаға бинаның коридорҙары, ашхананың туҡланыу залы тулыһынса ремонтланған, йылытыу системаһы алмаштырылған. Тағы 6656600 һумға башланғыс кластарҙа мебель яңыртылған, шахмат ҡунаҡханаһы йыһазландырылған.
“Капиталь ремонт беҙҙең балалар өсөн ысын бүләк булды. Мәктәпте танырлыҡ та түгел – кластар матур, коридорҙар – зауыҡлы, иң мөһиме йылытыу системаһы алмаштырылғас, ҡышын йылы буласаҡ. Балаларға уҡыу һәм үҫеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған”, - тине әсәй кеше Людмила Александровна Әхмәҙуллина.