Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2022, 12:15

Балалар яңыртылған мәктәптәрҙә белем ала башлай

Андрей Назаров республика мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса осрашыу үткәрҙе. 

Балалар яңыртылған мәктәптәрҙә белем ала башлайБалалар яңыртылған мәктәптәрҙә белем ала башлай
Балалар яңыртылған мәктәптәрҙә белем ала башлай

Башҡортостан Хөкүмәте белдереүенсә, бөгөн, 29 августа, республика Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге хаҡында һөйләште. Тейешле йөкләмә уҙған оператив кәңәшмәлә бирелде.

- Уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Беҙҙә ҡайһы бер проблемалы объекттар бар, уларҙы уҡыу йылы башына түгел, ә һуңыраҡ сафҡа индерәсәкбеҙ. Был мәсьәләне уҙған оператив кәңәшмәлә тикшерҙек. Бөгөн ошо объекттар буйынса хәлдең нисек булыуын һәм үҙе уҡыған мәктәпкә бара алмаған уҡыусылар өсөн уҡыу процесының нисек ойошторолоуын ишетергә теләйем, - тип мөрәжәғәт итте Андрей Назаров мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры мәғарифтың мәктәп системаһын яңыртыу буйынса программаның үтәлеше менән таныштырҙы.

- Бөгөнгә капиталь ремонт буйынса федераль программа сиктәрендә ремонтланасаҡ 63 мәктәптең туғыҙы файҙаланыуға тапшырылған, улар тулыһынса ҡабул ителгән. Тағы 40 объектты бөгөн-иртәгә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Йәғни 1 сентябргә тиклем объекттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ, балалар яңыртылған биналарҙа белем ала башлаясаҡ, - тип һөйләне Айбулат Хажин.

Ҡалған 14 объекттың һигеҙендә ремонт эштәре 4 сентябрҙән 10-на тиклем тамамлана. Ләкин мәғариф һәм фән министры оператив кәңәшмәлә айырып билдәләгән алты объект бар. Уларҙа “Гармония-Л”, “Филком”, “Регион-Өфө” компаниялары тарафынан алып барылған ремонт эштәре ваҡытында тамамланмауы ихтимал тигән хәүеф бар.  

- Һәр мәктәп бинаһы буйынса тулы мәғлүмәт бар. Был белем усаҡтарының алтауһында ла 1 сентябрҙән белем биреү процесы ойошторола. Мәктәптәрҙә тантаналы линейкалар тейешенсә уҙасаҡ, - тип һөйләне Айбулат Хажин. – Йылы аш менән тәьмин итеү, шул иҫәптән башланғыс класс уҡыусылары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалид балалар һәм 5-11-се класс уҡыусылары өсөн бушлай ашатыу ойошторола, - тип өҫтәне ведомство етәксеһе.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡайһы бер ойошмалар “Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында” 44-се Федераль законға ярашлы төҙөлгән килешеүҙә күрһәтелгән бурыстарына намыҫһыҙ ҡараны.

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, теүәл, яҡшы эшләгән ойошмаларҙың күпселеге ремонт эштәрен 25 авгусҡа тиклем тамамланы һәм объекттарҙы августың тәүге декадаһында тапшырҙы, - тине Айбулат Хажин. - Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын объекттарға сығыу ойошторҙо. Бынан тыш, депутаттар корпусы ла ярҙам итте, улар һәр объектҡа үҙ депутаттарын бүлде. Беҙ һәр муниципалитетта ата-әсәләр комитеттары тарафынан йәмәғәт контролен ойошторҙоҡ, - тип өҫтәне ведомство етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программаға ярашлы, республикала 63 мәктәп ремонтлана, киләһе йылда – ике тапҡырға күберәк – 134 белем усағы. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры үҙ сығышын йомғаҡлап, бер мәктәптә лә белем биреү процесы туҡтатылмай, балалар уҡытыласаҡ, тип билдәләне.

- Беренсенән, төҙөлөш блогына килгәндә, кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Һатып алыуҙар үткәргәндә муниципаль кимәлдә бик көсһөҙ ойошмалар еңә, һуңынан улар мәктәп биналарын төҙөү һәм ремонтлау ваҡытын теүәл үтәмәй, был әле һөйләгән эҙемтәләргә килтерә. Бәхеткә күрә, ундайҙар күп түгел. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, быға юл ҡуйырға ярамай, - тип билдәләне Андрей Назаров, һөйләшеүгә йомғаҡ яһап.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ Урал аръяғына, сентябрҙә сафҡа индереү планлаштырылған Иҫке Сибай мәктәбенә лә иғтибарҙы йүнәлтте.

- Үткән аҙнала мин унда булдым, ҡараным. Уны сафҡа индергәндән һуң, бушаған алты автобусты Сибайҙың Алтын ҡасабаһы ҡарамағына бирергә кәрәк, ундағы балалар ҙа уңайлы шарттарҙа йөрөп белем алырға тейеш. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улына Алтын ҡасабаһында башланғыс кластар өсөн мәктәп төҙөү мәсьәләһен еткерергә кәрәк. Бәләкәй балаларҙы башҡа мәктәптәргә йөрөтөп уҡытыу хәүефле, балаларға – уңайһыҙ, ә ата-әсәләрҙә борсолоу уята. Шуға күрә Иҫке Сибайҙа мәктәп асылғас, Алтын ҡасабаһында төҙөлөш башлауҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк буласаҡ, - тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры.  

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас