

1 сентябрь – Белем көнөн һәр бала, айырыуса тәүге тапҡыр мәктәпкә барған беренселәр ашҡынып көтөп ала. Өфө ҡалаһындағы һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән 30-сы коррекция мәктәп-интернатында быйыл был көн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки бының өсөн сәбәптәр етерлек ине.
Беренсенән, ул хәҙер “Мәрхәмәтле мәктәп” тигән исемгә эйә булды һәм тап ошо көндә яңы статустағы белем усағы булараҡ тантаналы шарттарҙа асылды. Икенсенән, белем усағының коллективы быйыл “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проектында ҡатнашып, еңеү яулауға, ошо нигеҙҙә уҡыу бүлмәләрен йыһазландырыуға өлгәшкән. Өсөнсөнән, мәктәп-интернат ЮНЕСКО-ның “Дуҫтар клубы”на ҡабул ителгән. Уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ошондай ҙур шатлығын уртаҡлашырға абруйлы ҡунаҡтар килде. Улар араһында “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының Попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Лия Хафизова, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова, Башҡортостандағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры Элина Ғатауллина, республикала джиу-джитс һәм грэпплинг буйынса мәктәптәр асҡан билдәле спортсы, донъя чемпионы Джефф Монсон, Башҡортостан Олимпия резервы спорт мәктәбенең грэпплинг буйынса бүлексәһе начальнигы Максим Балль, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин, 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы Сергей Исахин, Калинин районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалы директоры Игорь Вязов, "Медиа РБ Инженеринг" йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Йыһануров һәм башҡалар бар ине. Мәктәптең дуҫтары – шефтар булараҡ сығыш яһаған ойошма етәкселәре матур бүләктәр менән килгәйне. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе балаларға изге теләктәрен еткерҙе, уҡытыусылар коллективына уңыштар, емешле хеҙмәт теләне.
- Барығыҙҙы ла Белем байрамы менән ҡотлайым! 1 сентябрҙе һәр бала көтөп ала, сөнки ул үҙең өсөн бығаса билдәле булмаған яңы донъяны, белем серҙәрен асыу менән бәйле. Мәктәптә алған белем, һәр яңы көн һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерһен, шатлыҡ бүләк итһен! - тине Каринэ Владимировна үҙ сығышында. Ул шулай уҡ уҡытыусылар коллективына, атай-әсәйҙәргә ныҡлыҡ, сабырлыҡ, уңыштар теләне, сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлекле балаларҙы уҡытыуға, уларға лайыҡлы тәрбиә биреүгә һалған тырышлыҡтарын баһалап, рәхмәтен, һоҡланыуын белдерҙе.
Тантананан һуң ҡунаҡтар мәктәп-интернат менән яҡындан танышты, уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр менән аралашты. Әйтергә кәрәк, белем усағы ярайһы яҡшы үҙгәрештәр кисергән, яңы уҡыу йылына алты уҡыу бүлмәһе тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, электрон китапхана булдырылған. Бөгөн бында 110 уҡыусы белем ала, ә быйыл 10 бала 1-се класҡа уҡырға килде.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.