Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2022, 12:30

Башҡорт лицейында- шайморатовсылар класы

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында үткән Белем байрамында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты.

Башҡорт лицейында- шайморатовсылар класыБашҡорт лицейында- шайморатовсылар класы
Башҡорт лицейында- шайморатовсылар класы

Быйыл Сибайҙың белем усаҡтарына 894 бала беренсе класҡа уҡырға барған. 

Ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ла Белем көнө юғары кимәлдә үтте. Уҡытыусылар коллективын һәм уҡыусыларҙы байрам менән ҡотларға “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” проекты авторы һәм етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина килде. Ул уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы байрам менән ҡотланы, балаларҙың тырышып уҡыуын, илебеҙҙең ысын граждандары булып үҫеүҙәрен теләне. Йәш быуында илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында лицейҙа, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шайморатовсылар класы булдырылды. Белем байрамына арналған тантаналы линейкала флагтарҙы индереү һәм сығарыу хоҡуғы тап ошо класҡа тапшырылды. Легендар комдивтың исемен йөрөткән 7-се "Б" класын Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тәбрикләне. 

Ул шулай уҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы, күптән түгел алтын юбилейын билдәләгән Фәймә Кәримоваға "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалын, математика уҡытыусыһы Айгөл Хәмитоваға, башланғыс кластарға белем биргән Гөлшат Рыҫбаеваға йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләгәндәре өсөн Почет грамоталары тапшырҙы.

Фото: Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы төркөмө.

Башҡорт лицейында- шайморатовсылар класы
Башҡорт лицейында- шайморатовсылар класы
Башҡорт лицейында- шайморатовсылар класы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас