Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2022, 09:15

Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар

Радий Хәбиров дәүләт ярҙамын киңәйтеү тураһында яҙып сыҡты

Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттарБуласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш ғалимдарға һәм уҡытыусыларға дәүләт ярҙамы тураһында яҙып сыҡты.

“Бөгөн йәш ғалимдарға һәм юғары мәктәптең йәш уҡытыусыларына дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтеү тураһында указға ҡул ҡуйҙым – быйыл иң һәләтле йәштәр өсөн юғары уҡыу йорттарына 200 миллион һумлыҡ гранттар бүләбеҙ.

Грант биреү тәртибен һәм шарттарын яҡын арала билдәләрбеҙ. Аҡыллы йәштәр үҙебеҙҙә ҡалһын өсөн уларға торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итербеҙ, тип әле үк әйтә алам. Шулай уҡ уларҙың Рәсәй һәм беҙгә дуҫ илдәрҙең төп тикшеренеү үҙәктәрендә һәм университеттарында ғилми-белем биреү стажировкаһын үтеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

Буласаҡ Королевтарҙың һәм Курчатовтарҙың уңайлы, лайыҡлы шарттарҙа йәшәүе һәм эшләүе беҙҙең өсөн бик мөһим.

Балаларға мөрәжәғәт итәм – тәүәккәл булығыҙ, ижад итегеҙ, яңы асыштар яһағыҙ, фәнде һәм бөтә тормошобоҙҙо алға этәрегеҙ. Киләсәк - һеҙҙең ҡулда”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Буласаҡ Королевтар һәм Курчатовтар өсөн – уңайлы шарттар
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас