

Белем көнөндә Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһындағы Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп капиталь ремонттан һуң асылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Асҡар ауылынан видеобәйләнеш аша Донбасс уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын яңы уҡыу йылы менән ҡотланы.
– Беҙҙең өсөн ҡәҙерле Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән Петровское мәктәбенең Белем көнөн эшкә тулы әҙерлектә ҡаршылауы ҡыуаныслы. Һеҙҙең мәктәптә бер нисә тапҡыр булдым. Беләм, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбассты яҡлаған 112-се Башҡорт кавалерия дивиязияһының легендар командиры һәм яугирҙәре тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлағанығыҙҙы беләм. Әле беҙ генерал Таһир Кусимов исемендәге гимназияла. Миңлеғәле Шайморатов кеүек ул да беҙҙең республиканың ысын геройына әйләнгән. Бөгөн бында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ астыҡ. Ул Донбасс халҡын яҡлап һәләк булды. Махсус хәрби операцияла Башҡортостандан күп егеттәр ҡатнаша. Шуға ла беҙҙе һеҙҙең менән туғанлыҡ ебе, оҙаҡ йылдарға һуҙылған дуҫлыҡ һәм бер-беребеҙгә ярҙам бәйләй. Петровское ҡалаһында яңыртылған мәктәпте асыу – беҙҙең республика улдарына күрһәткән хәстәрегеҙгә һәм хөрмәтегеҙгә Башҡортостандың рәхмәт билдәһе ул, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров был уҡыу йортон ремонтлаған Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм төҙөүселәргә, шулай уҡ Донбасста эшләгән табиптарға, юлсыларға, ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.
Петровское ҡалаһындағы 22-се мәктәп директоры Гөлназ Серова уҡытыусылар, уҡыусылар исеменән Башҡортостан халҡын Белем көнө менән ҡотланы, уҡыу йортон мәктәпкә әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Төҙөүселәр беҙҙең мәктәпте сифатлы ремонтланы. Ул хәҙер шундай матур һәм заманса. Беҙ бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ, – тине Гөлназ Серова.
Телекүпер барышында ике мәктәп уҡыусылары бер-береһе менән аралашты. Ике яҡтан да изге теләктәр әйтелде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.