

1 сентябрҙә Салауат ҡалаһындағы коррекция мәктәбе капиталь ремонттан һуң ишектәрен асты. Быға “Белем биреүҙе үҫтереү” дәүләт программаһының “Белем биреүҙең мәктәп системаларын яңыртыу” федераль проекты ярҙам иткән.
Хәҙер 200 бала яҡты, уңайлы, заманса талаптарға ярашлы, хәүефһеҙлекте тәьмин иткән мәктәптә уҡыясаҡ. Капиталь ремонт эштәре 30 миллион һумдан ашыуға төшкән. Ҡыйыҡ, фасад, йылытыу, электр системалары, баҫҡыстар, кабинеттар яңыртылған, уйын майҙаны булдырыласаҡ.
Республика средстволары иҫәбенә домофон, видеокүҙәтеү, хәбәр итеү системалары эшләнгән.
"Кисә генә башымдан төҙөлөш каскаһын систем, – тип йылмая мәктәп директоры Татьяна Турбина. – Төҙөлөш һәм ремонт буйынса ғилми эш тә яҙа алырмын кеүек. Бөтә эштәрҙе ваҡытында тамамлай алдыҡ, подрядсы ойошмаға рәхмәт, аңлашып эшләнек. Яңыртылған мәктәп яңы уҡыу йылына ҙур бүләк булды".
Яңы мәктәп яңы уңыштарға дәртләндерһен, ижад ҡанаттарын үҫтерһен! Был киң ҡоласлы программаны Рәсәй Мәғариф министрлығы Төҙөлөш министрлығы һәм ил төбәктәре менән берлектә тормошҡа ашыра.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.