

Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында Белем көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Линейканы Башҡортостандың федераль инспекторы Алексей Касьянов асты һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
"Һеҙгә сифатлы белем һәм башланғыс хәрби әҙерлек буйынса тәжрибә алыу, интеллектуаль, физик яҡтан үҫешеү өсөн округтың кадет корпустарында бөтөн шарттар тыуҙырылған. Аҡыллы, камил, белемле йәштәр – Ватаныбыҙҙың, ҙур илебеҙҙең киләсәге. Һеҙҙең уҡытыусыларға, остаздарығыҙға айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Улар эшенә бөтөн йөрәген, күңелен һала, балаларға һоҡланғыс белем донъяһын аса, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Уҡытыусылар өсөн иң ҙур бүләк – тәрбиәләнеүселәренең уҡыуҙа, спортта, ижадта юғары күрһәткестәре икәненә ышанам", - тиелә ҡотлауҙа.
Алексей Касьянов, кадет белемен һайлағандар һәм яҙмышын Тыуған илгә хеҙмәт итеү менән бәйләргә теләгәндәр лайыҡлы, яуаплы аҙым яһай, тип билдәләне.
Тантанала Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов та ҡатнашты һәм кадеттарҙы Белем көнө менән ҡотланы.
– Республика батальондарының береһе Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемен йөрөтә. Кадеттар сафында был батальонда хеҙмәт итеүсенең улын күреү ҡыуаныслы. Был - быуындар күсәгилешлеге сағылышы. Һеҙҙе яҡшы уҡырға, тәртипле булырға саҡырам, – тине Алик Камалетдинов.
Быйыл Ишембайҙағы уҡыу йортона республиканан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан 90 үҫмер уҡырға ингән, шул иҫәптән социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән һәм хәрбиҙәр ғаиләләренән.
Кадеттар уҡыуҙы тамамлағас, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, тәртип һаҡлау органдарының, Оборона министрлығының юғары уҡыу йорттарында белем алыуын уңышлы дауам итә.
Сара аҙағында кадеттар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимндарын башҡарҙы.
Фото: nocrb.ru/ib_docs