Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2022, 08:45

Мәктәп ауыл биҙәгенә әүерелде

Ҡалтасылағы 2-се мәктәп капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты

Мәктәп ауыл биҙәгенә әүерелдеМәктәп ауыл биҙәгенә әүерелде
Мәктәп ауыл биҙәгенә әүерелде

 

 1991 йылда төҙөлгән бина  ремонт талап иткән була. Авария хәлендә булыуы сәбәпле, ул  1 майҙа капиталь ремонтҡа ябыла. Дүрт ай ваҡыт эсендә мәктәп заман талаптарына ярашлы итеп үҙәгәртелә.  Илебеҙ Президенты башланғысы менән булдырылған программа ярҙамында  бина яңы төҫ ала -  түшәмдәр, иҙәндәр, тәҙрәләр алмаштырыла, стеналар йылытыла, бүлмәләр төҙөкләндерелә, улар яңы ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тулылана.  Инженер селтәрҙәре лә яңыртыла : йылылыҡ, электр, һыу менән тәьмин итеү системаһы комплекслы  төҙөкләндерелә.

 Капиталь ремонттан һуң,  был мәктәп хәҙер районда иң яҡшыларҙан һанала. Район үҙәгенә килгән ҡунаҡтар ҙа быға иғтибар итмәй ҡалмай. Мәктәптең яңы биҙәлеше ауылға килеп ингәндә үк  күҙгә ташлана.

  • Тәүге көндән үк ремонт барышын күҙәттем. Шуға ла ҙур ышаныс менән төҙөүселәрҙең ҡуйылған бурысты уңышлы үтәүҙәре  тураһында әйтә алам, барлыҡ эштәрҙе лә сифатлы итеп башҡарҙылар. Бында хәҙер бөтә нәмә заманса, балаларыбыҙға уңайлы, иң мөһиме хәүефһеҙ булһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашыуына  бик ҡәнәғәтбеҙ. Барлыҡ ата-әсәләр исеменән төбәк Башлығы Радий Фәрит улына, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллинға  рәхмәт белдерәбеҙ. Яңы мәктәп ауылыбыҙҙың биҙәгенә әүерелде, -тине ата-әсәләр комитеты ағзаһы Марат Сабиров.

1 сентябрҙә бында парта артына 32 беренсе класс балалары  ултырҙы, барлығы мәктәптә 322 уҡыусы белем аласаҡ.

 

 

Мәктәп ауыл биҙәгенә әүерелде
Мәктәп ауыл биҙәгенә әүерелде
Мәктәп ауыл биҙәгенә әүерелде
Мәктәп ауыл биҙәгенә әүерелде
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас