

“Белем” федераль мәғрифәти марафоны Рәсәйҙә 31 августан 2 сентябргә тиклем үткәрелә. Унда дәүләт эшмәкәрҙәре, атҡаҙанған уҡытыусылар, ресторан бизнесы һәм музыка индустрияһының күренекле белгестәре ҡатнаша. Был хаҡта Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте хәбәр итте.
Заманса технологиялар марафонды илебеҙҙең барлыҡ мөйөштәренән ҡарарға мөмкинлек бирә. Сара һанлы дәүер рухында төҙөлгән һәм бик күп диджитал-яңылыҡтар, форматтар ҡуллана.
Фестиваль программаһы сараларға бай, тамашасылар үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуы буйынса темалар һәм спикерҙар һайлай ала.
Марафонда биш мәғрифәтселек трегы бар, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ майҙансығында бара. “Белем. Көс” акцияһы Мәскәүҙә үтә. “Рәсәйҙә эшләнгән” – Санкт-Петербургта, “Белем. Рәсәй мираҫы” йүнәлеше – Түбәнге Новгородта, “Белем. Экология” махсуслаштырылған күргәҙмәһе – Петропавловск-Камчатскийҙа, ә “Белем. Беҙ бергә” – Луганскиҙа.
Башҡортостандың белем биреү учреждениелары уҡыусылары ла “Белем” марафонына ҡушылды. Республиканың 182 белем биреү ойошмаһында һәм мәҙәниәт учреждениеһында “Белем” марафоны видеоэкрандарҙа күрһәтелә. Шулай уҡ 2100 кеше өсөн 11 фан-зона ойошторола.
Өфөлә “Белем” марафоны трансляцияһы “Планета” сауҙа үҙәге ярҙамында Өфө ҡалаһы, Энтузиастар урамы, 20-се йорт адресы буйынса минус беренсе ҡатта урынлашҡан үҙәк галереяла үтә.
Марафон программаһында түбәндәге темалар бар: “Рәсәйҙең ракета-йыһан тармағы: киләсәкте булдырып”; “Ул саҡта һәм хәҙер йәштәрҙе тәрбиәләү. Бөгөн ил именлеге хаҡына уңышлы йәш быуынды нисек тәрбиәләргә?”; “Көслө партнерлыҡ/Бер-береңә яҡынайыу: Рәсәй менән Төркиәнең берлектәге проекттары”; “Иң аҡыллы” онлайн-викторинаһы; “Хәҙерге Рәсәйҙең флоты: көс, тарих, яҡлау”; “Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы” һ.б.
Фото: “Белем” федераль марафонының рәсми сайтынан.