

Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы 865-се ҡарары нигеҙендә 2020 йылда асылды. Улар өс мәктәп базаһында булдырылды: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияла, “СМАРТ” 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияла. Уларҙағы VII класта 62 бала белем ала.
2021/22 уҡыу йылында был кластарға өҫтәп, дөйөм белем биреү мәктәптәрендә тағы ла яңы дүрт класс барлыҡҡа килде.
2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә тағы ла яңы шайморатовсылар кластарын асырға тәҡдим итте. Был фекерҙе Мәғариф һәм фән министрлығы ла хуплап, “Шайморатовсылар класы” буйынса бер стандарт әҙерләү эшен ойошторҙо.
Башҡортостан Башлығының 2022 йылдың 28 мартындағы 80-се бойороғо менән Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластың стандарты раҫланды.
Шайморатовсылар кластарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристары батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә, сәләмәт тормош рәүешенә өйрәтеү, әүҙем гражданлыҡ ҡарашлы булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итеү эше алып барыла.
2022/23 уҡыу йылында республиканың 61 район-ҡалаһында, шулай уҡ бюджет нигеҙендәге биш дөйөм белем биреү учреждениеһында 73 шайморатовсылар класы асыу ҡаралған.
“Шайморатовсылар”ға бағышлауға арналған тантаналар 11 октябрҙә Өфөлә һәм башҡа муниципаль берәмектәрҙә ойоштороласаҡ.
Илдус ҠАҺАРМАНОВ, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли белем биреү идаралығы начальнигы:
– Шайморатовсылар класында республикабыҙҙың киләсәге тәрбиәләнәсәк, тип ышанабыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса ғәмәлгә ашырылған проект 1 сентябрҙән республиканың барлыҡ ҡалаларын һәм райондарын үҙ эсенә алыуы ҡыуаныслы. Шайморатовсылар класы үҙ йөҙөн булдырып, республиканың һәм илдең илһөйәрҙәр хәрәкәтенә әйләнә.
Наил ӘМИНЕВ, СМАРТ” 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназия директоры:
– 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге тәүге кластар беҙҙең гимназия базаһында булдырылды, класта 27 уҡыусы уҡый башланы. 2021/22 уҡыу йылында, булғандарына өҫтәп, йәнә ике класс асылды (64 уҡыусы). Яңы уҡыу йылында V класта тағы ла 34 бала шайморатовсылар рәтендә белем ала. Ғөмүмән, 2022/23 уҡыу йылында – дүрт шайморатовсылар класы.
Шайморатовсыларҙың уҡыу планында төп һәм профилле белем программалары нигеҙендә уҡытыу күҙ уңында тотола: сит телдәр, математика, физика, информатика, физик культура фәндәрен, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен тәрән өйрәнеү.
Дәрестән тыш эшмәкәрлектә балаларҙың физик әҙерлегенә иғтибар йүнәлтелә, улар көрәш түңәрәктәренә йөрөй.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.