

Өфөнөң "Торатау" конгресс-холы эргәһендә Белем көнөнә арналған студенттар фестивале үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашып, йәштәрҙе яңы уҡыу йылы менән ҡотланы.
– Хәйерле кис, йәштәр, студенттар! Хәйерле кис, хөрмәтле уҡытыусылар! Барығыҙҙы ла тормошоғоҙҙа яңы этап башланыу менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә иң мөһим һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн саҡырҙыҡ.
Беренсе. Һеҙ – иң яҡшыһы! Быны белегеҙ. Бер ни тиклем ваҡыттан һеҙ беҙҙән эстафетаны ҡабул итәсәкһегеҙ һәм артабан Башҡортостанды үҫтерәсәкһегеҙ, уны көслөрәк итәсәкһегеҙ. Республика беҙҙең илдең иң яҡшы төбәге булһын өсөн.
Икенсе. Һеҙ – афарин! Ауыр имтихандар этабын үттегеҙ. Һәм иң яҡшыны – Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын һайланығыҙ.
Йыл һайын беҙҙең университеттар, институттар һәм һөнәри уҡыу йорттары ҡеүәтлерәк була бара. Ныҡлы вәғәҙә итәм – быны дауам итәсәкбеҙ, һеҙ дипломдарығыҙ һәм алған белемегеҙ сифаты менән ғорурланһын өсөн.
Өсөнсө. Һеҙ тормошоғоҙҙоң яңы этабына инәһегеҙ. Был бары уҡыу ғына түгел. Был шатлыҡ һәм танышыуҙар. Бәлки, икенсе яртығыҙҙы осратырһығыҙ.
Студент йылдарын бәхетле һәм күңелле йәшәп үткәрегеҙ. Иң мөһиме – унан һуң беҙҙең Башҡортостанды төҙөгөҙ, республикабыҙҙы, Ватаныбыҙҙы яратығыҙ.
Байрам менән! – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.