Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2022, 18:50

Бергәләп кенә лайыҡлы граждан тәрбиәләп була

Башҡортостан уҡытыусылары IX Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышы һөҙөмтәләрен баһаланы.

Бергәләп кенә лайыҡлы граждан тәрбиәләп булаБергәләп кенә лайыҡлы граждан тәрбиәләп була
Бергәләп кенә лайыҡлы граждан тәрбиәләп була

Яңы уҡыу йылы алдынан Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов онлайн форматта IX Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышын үткәрҙе. Сараның төп темалары ведомствоға мөрәжәғәттәрҙе анализлау нигеҙендә асыҡланды.

Министр яңы уҡыу йылына индерелгән яңы үҙгәрештәр тураһында ентекле һөйләне. Тәү сиратта һүҙ мәктәптәрҙең эш форматы тураһында булды. 1 сентябрҙә мәктәпкә барған 17,5 миллион уҡыусының ике миллионы – 1-се класҡа барған уҡыусылар. Уларҙың барыһы ла көндөҙгө форматта белем аласаҡ, арауыҡта уҡыу сараһыҙҙан булғайны.

Сергей Кравцов һүҙҙәренә ҡарағанда, 1 сентябрҙә 33 мең балалар баҡсаһы, 39 мең мәктәп һәм өс мең колледж балаларға ишеген асҡан. Өс сменала уҡыған мәктәптәр һаны һиҙелерлек – 71-ҙән өскә тиклем – кәмегән. Планлаштырылған 1 300-ҙән 600 мәктәп төҙөлгән. Тотош ил буйынса 155 яңы мәктәп асылған. Биш йылда Рәсәйҙә федераль аҡса иҫәбенә 7 300 мәктәп ремонтланасаҡ.

Башҡортостан уҡытыусылары IX Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышы тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Мәләүездәге 8-се мәктәптең география уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева һүҙҙәренә ҡарағанда, ата-әсәләр менән бәйләнеш кәрәк, тик ул мәктәп мәнфәғәттәренә зыян килтерергә тейеш түгел.

Өфөләге 95-се белем биреү үҙәге директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, биология уҡытыусыһы Федан Ғафаров фекеренсә, ата-әсәләр менән даими аралашырға кәрәк, тик бергәләп кенә илебеҙ өсөн лайыҡлы граждандарын тәрбиәләп була.

Фото: mgazeta.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас