

Тәү ҡараштан кәлимә һүҙе менән генә лә үҙенә йәлеп иткән, күңелдә һоҡланыу һәм хөрмәт тойғоһо уятҡан кешеләр була. Улар менән күптәнге таныштар кеүек аралашып китеү, йәнле әңгәмә ҡороу еңел һәм рәхәт, сөнки әңгәмәсеңдең ихласлығы, алсаҡлығы, күңел байлығы һиңә лә күскәндәй була. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ҡылысова менән аралашыу ҙа шундай матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
“Уҡырға ынтылып үҫтек”
Гөлсәсәк Салауат ҡыҙының тамырҙары – хозур тәбиғәтле Мәсетле яҡтарынан, әммә ул Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы – Салауат Таһир улы Закиров, белем алыу маҡсатында ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килеп, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм юғары белемле белгес булып тыуған яғына ҡайта.
– Бала сағым Мәсетле районының Ҡотош ауылында үтте. Атайым уҡытыусы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне, әсәйем Флорида Ғәшир ҡыҙы урындағы интернатта тәрбиәсе булды. Ғаиләбеҙҙә уҡыу культы көслө ине, ниндәй генә гәзит-журнал алдырманыҡ! Әҙәби әҫәрҙәрҙе лә бер-беребеҙ менән ярышып уҡый торғайныҡ. Артабан, мәктәпкә барғас, көслө уҡытыусылар ҡулында белем алдым, айырыуса филология йүнәлеше буйынса остаздарымдан уңдым. Мәктәптә уҡығанымда башҡорт теленән Сания Ҡылысбаева, Сәмәриә Яҡупова, рус теленән Венера Ғатауллина, Әкрәм Ғәлимов уҡытты. Йәшәлгән йылдар, тупланған тәжрибә күҙлегенән бағып, хәҙер мин уларҙың ни тиклем үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын баһалай алам. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында Фирҙәүес Хисамитдинова, Вәкил Хажин, Зәйтүнә Шәрипова, Әхәт Вилданов кеүек исемдәре фән донъяһында киң билдәле ғалимдар ҡулында уҡыу бәхете тейҙе. Төплө белем биргән уҡытыусыларымдың барыһына ла рәхмәтем сикһеҙ, – ти Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы.
Яҙмыш елдәре Мәсетле ҡыҙын Сибай ҡалаһы – тормош юлдашы Урал Ҡылысовтың тыуған яғы менән бәйләй. 1993 йылда ҡаланың 2-се гимназияһында эш башлаған йәш белгескә тәжрибәле тел уҡытыусылары янында үҫеү, нығыныу бәхете тейә. Сибайҙағы коллегаларын да йылы тойғолар, матур хәтирәләр менән иҫкә алды Гөлсәсәк ханым.
– Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башындағы рухи күтәрелеш ипкенендә дәртләнеп, янып эшләнек. Башҡорт кластары асыу, ҡала мәктәбендә туған тел уҡытыуҙы яйға һалыу, балаларҙа ғына түгел, ата-әсәләрҙә лә рухи тамырҙарыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү йәһәтенән иҫ киткес ҙур эштәр башҡарылды ул осорҙа. Директорыбыҙ Зифа Ғәле ҡыҙы Сөләймәнова ла һәр яңылыҡҡа асыҡ, алдынғы ҡарашлы етәксе булды, – тип йылы иҫтәлектәрен уртаҡлашты ул.
Гимназия традициялары менән көслө
2002 йылда Ҡылысовтар ғаиләһе Өфөгә күсә. Бер аҙ тәрбиәсе булып эшләп алғандан һуң, бына инде өс тиҫтә йылға яҡын Гөлсәсәк Ҡылысова йәш быуынға туған телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙҙең нескәлектәрен төшөндөрә. Уның бар булмышынан, эше, уҡыусылары, коллегалары, гимназия-интернат тормошо тураһында һөйләүенән хеҙмәтен ни тиклем яратыуы, уға яуаплы ҡарауы, ысын остаз булыуы асыҡ күренә.
– Беҙҙең белем усағында элек-электән көслө уҡытыусылар эшләй. Коллективтан күп нәмә тора. Өлгәшелгән уңыштар – берҙәм хеҙмәт емеше ул. Был йәһәттән гимназия-интернаттағы коллегаларымдан да уңдым, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ҙур көс булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, татыу эшләйбеҙ. Тағы ла бер үҙенсәлек – беҙ үҙ милләтебеҙҙең балаларына белем бирәбеҙ, йәғни халҡыбыҙҙың буласаҡ зыялыларын тәрбиәләйбеҙ. Беҙгә маҡсатлы уҡыусылар килә, был да үҙенә күрә яуаплылыҡ өҫтәй, – ти Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы.
Эйе, гимназия-интернат йәш быуында рух, милли үҙаң тәрбиәләү йәһәтенән иҫ киткес ҙур эшмәкәрлек алып бара. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың олуғ шәхестәре менән ойошторолған осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр, төрлө конкурс һәм саралар ҙа ҙур роль уйнай. Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Нәжиб Асанбаев, Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев, Мәрйәм Бураҡаева, Таңсулпан Ғарипова, Рәсимә Ураҡсина, Зөһрә Ҡотлогилдина һәм башҡа бихисап билдәле әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән үткән сараларҙы һанап үтте. Ул үҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөткән кабинетты етәкләй, бында арҙаҡлы шәхесебеҙҙең шәхси әйберҙәре, донъяның төрлө илдәрендә, төрлө телдәрҙә нәшер ителгән китаптары ҡәҙерләп һаҡлана, улар дәрес һәм саралар ваҡытында бай күргәҙмә әсбап булараҡ файҙаланыла. Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы уҡыусыларын нәфис һүҙ һөйләү сәнғәтенә ылыҡтырыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Тасуири итеп шиғыр һөйләү, сәхнәлә сығыш яһарға өйрәнеү балала үҙ-үҙенә ышаныс, ныҡлыҡ тәрбиәләй, тигән ҡарашта ул.
Гимназия-интернатта байтаҡ йылдар үткәрелеп килгән Рәми Ғарипов уҡыуҙары тәүҙә республика, хәҙер инде төбәк-ара кимәлгә сыҡты. Халҡым, телем тип йәшәгән шәхесебеҙҙең ижадын йәш быуынға өйрәтеүгә, таратыуға индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн Гөлсәсәк Ҡылысова Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булған. Шулай уҡ уның оҙаҡ йылдар дауамындағы лайыҡлы педагогик эшмәкәрлеге “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр менән билдәләнгән.
– Хәҙерге заман технологиялары эште яңыса ойошторорға ярҙам итә, киңерәк мөмкинлектәргә юл аса. Шулай ҙа мин дәрестә уҡытыусы һәр ваҡыт төп фигура булырға тейеш, тигән ҡараштамын. Хеҙмәтеңде яратмаһаң, уға бөтә күңелеңде бирмәһәң, бер ниндәй алдынғы технологиялар, ҡиммәтле ҡорамалдар ҙа балаларға төплө белем биреүгә булышлыҡ итмәй. Уҡытыусы үҙен тотошо, мәҙәни кимәле, тормошҡа ҡарашы менән да тәрбиәләй, – тигән фекерҙә тәжрибәле уҡытыусы.
Ул – бәхетле әсәй һәм өләсәй
Яҙмыш Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына ярайһы уҡ ҙур һынауҙар ҡуя. 2013 йылда тормош юлдашы Урал Ишбирҙе улы көтмәгәндә вафат була. Фән менән етди шөғөлләнеп, ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән, географ булараҡ, тыуған төйәген ихлас яратҡан, сәйәхәт итеүҙән йәм тапҡан кеше була ул. Өҫтәүенә хисле, матур йөкмәткеле шиғырҙар ижад итә. Берҙән-бер ҡыҙҙары Гөлфиәнең никах туйын бергәләп үткәрәләр, әммә туй тантанаһында булырға яҙмай атай кешегә. Гөлсәсәк ханым иренең ижади мираҫын ҡәҙерләп һаҡлай, айырым китап итеп нәшерләү өҫтөндә эшләй.
Бөгөн Гөлфиә үҙ ғаиләһен ҡорған, тормош юлдашы Азат Шамил улы менән Асель һәм Йәмилә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тиҙәр бит, ҡыҙы менән кейәүенең рухлы, телһөйәр, туған йәнле булыуына, балаларын рухи ҡиммәттәргә таянып тәрбиәләүенә ҡарап һөйөнә Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы. Бәләкәй Асель менән Йәмилә башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй, туған телдә йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, өләсәйҙе шатландыра. “Ейәнсәрҙәрем тормошома ҙур мәғәнә өҫтәне, уларҙы һөйөп туя алмайым”, – ти бәхетле ханым.
– Уҡытыусы булараҡ та, әсәй һәм өләсәй булараҡ та шуға инанғанмын: милли рух, туған телгә һөйөү тәү сиратта ғаиләлә тәрбиәләнә. Ҡыҙым менән кейәүем ейәнсәрҙәремә башҡортса китаптар уҡый, бихисап милли матбуғат баҫмаһын алдыра. Бөгөнгө глобалләшеү, күп мәҙәниәтлелек шарттарында асылыбыҙҙы һаҡлау, тамырҙарыбыҙға тоғролоҡ тәрбиәләү тап ғаиләнән башланырға тейеш. Әлбиттә, мәктәптең дә роле ҙур. Уҡырға килгән мәлендә туған теленә, халҡының тарихына артыҡ әһәмиәт бирмәгән күптәр беҙҙең гимназиянан бөтөнләй икенсе кеше булып сыға. Һуңынан килеп рәхмәт әйткән уҡыусыларым да күп. Халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө булһын, телебеҙ йәшәһен өсөн күп нәмә үҙебеҙҙән, беҙҙең берҙәмлектән, аңлылыҡтан тора, – ти рухлы уҡытыусы.
Гөлсәсәк Салауат ҡыҙының тағы бер сифатына иғтибар итмәү мөмкин түгел: ул тормош юлында осраған, бергә эшләгән, аралашып йәшәгән бик күп кешеләрҙе, уҡытыусыларҙы, туғандарын йылы һүҙҙәр менән телгә алып, һәр саҡ янындағы кешеләрҙән уңыуы, күптәргә рәхмәтле булыуы хаҡында ҡабат-ҡабат әйтеп үтте. Был матур сифат – уның күңел киңлеге, ихласлығы, тормошто яратып йәшәүенең сағылышы ул.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА