

Республикала уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы камиллаштырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш дауам итә. Һуңғы осорҙа был мәсьәләгә власть яғынан да иғтибар ҙур.
2018 йылдан алып республикала мәктәптәрҙәге аҙыҡ блоктарының техник базаһын яҡшыртыу буйынса эш йәнләнде. Өс йылда 44 мәктәп ашханаһы ремонтланды, 321 ашхана өсөн яңы ҡорамалдар алынды. Быйыл 80 аҙыҡ блогын ремонтлау һәм үҙгәртеп ҡороу тамамланырға тейеш. Ә 2026 йылға тиклем тағы ла 637 мәктәп ашханаһын яңыртыу эше тора.
“Мәктәп туҡланыуын индустриализациялау, технологик процестарҙы үҙәкләштереү һәм камиллаштырыу буйынса эш даими барасаҡ, төп маҡсат – уҡыусылар рационының сифатын яҡшыртыу”, – тигәйне республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, алдағы бурысты билдәләп.
Өҫтәүенә технологтар, диетологтар, гигиенистар берлегендә меню төҙөлдө. Шәкәр диабеты, фенилкетонурия менән сирле балалар өсөн меню базаһы булдырылды. Белгестәр әйтеүенсә, туҡланыуҙың сифаты яҡшыра бара, тик микронутриент составы яғынан тулыландырырға кәрәк. Республикала йод етешмәүе билдәле, шуға күрә йод, витаминдар һәм микроэлементтар менән туйындырылған аҙыҡтар әҙерләү ҙә мөһим.
”Роспотребнадзор”идаралығы республиканың профилле министрлыҡтары менән бергә сәләмәт туҡланыу буйынса оҙайлы төбәк программаһы булдырыуҙы тәҡдим итә. Ул сирҙәрҙе кәметеүгә, артыҡ ауырлыҡ проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.
Республикала уҡыусыларҙың туҡланыуы асығыраҡ һәм үтә күренмәлерәк була бара. Ата-әсәләр яғынан да дәғүәләр кәмеүе күҙәтелә. 2020-2021 уҡыу йылында Сауҙа министрлығына 400 ялыу килһә, 2021-2022 уҡыу йылында 56 ғына мөрәжәғәт алынған.
Фото:ufa.aif.ru