Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2022, 17:30

"Улыбыҙ лаклы туфли һораны..."

Ҡаушап, аптырап, әҙерәк тулҡынланып ҡаршы алдыҡ. Уҡытыусыбыҙ ҙа 20 йәшлек кенә булып сыҡты.

"Улыбыҙ лаклы туфли һораны...""Улыбыҙ лаклы туфли һораны..."
"Улыбыҙ лаклы туфли һораны..."

Йондоҙло парҙар – билдәле журналист Рита Өмөтбаева һәм йырсы Заһир Иҫәнсурин өсөн Белем көнө оло байрамға әйләнгән, сөнки улдары Муса беренсе класҡа уҡырға барған. Ошо хаҡта коллегабыҙ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

– Йәй башында, баҡсала рауза сәскәләре көҙгә тиклем ултырһындар ине, тип теләнем. Муса улым ҡыҙыл төҫтәге галстук, атаһыныҡы һымаҡ ҡап-ҡара, лаклы, ялтырап торған туфли һораны. Көҙҙө рауза сәскәләрем матур ҡаршы алды, ҡыҙыл галстук алдыҡ, тик туфлиҙың улай уҡ ялтырап торғаны осраманы. Улыбыҙ беренсе класҡа барҙы. Ҡаушап, аптырап, әҙерәк тулҡынланып ҡаршы алдыҡ. Уҡытыусыбыҙ ҙа 20 йәшлек кенә булып сыҡты. Нисек кенә булмаһын, яңы мәктәп тормошон яратып ҡаршылайбыҙ! Муса улыма тик уңыштар ғына теләйбеҙ! – тип яҙған Рита Өмөтбаева.

Беҙ ҙә барлыҡ уҡыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар, сәләмәтлек һәм бәхетле тормош теләйбеҙ!

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com.

"Улыбыҙ лаклы туфли һораны..."
"Улыбыҙ лаклы туфли һораны..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас