Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2022, 07:33

Уның ҡояшы, наҙлы һауаһы бар

Нурлы белем утрауында уңайлы шарттар булдырылған.

Красноусол ауылының үҙәгендә урынлашҡан Башҡорт гимназия-интернаты быйыл  25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ғафури районының мөхтәрәм зыялылары тырышлығы менән асылған уҡыу йорто ул.

Рух бишеге булырҙай белем усағын асыуға күп көс һалғандарҙың яҡты исемен гимназияла бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Шуларҙың береһе академик, ғалим-археолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тәүге рәйесе Нияз Мәжитов ине. Тарихсыларыбыҙ тап ошо йылдарҙы рухи күтәрелеш, халҡыбыҙҙың үҙаңы асылыу дәүере тип нарыҡлай.

Белем усағы халыҡ талабы, рухиәтебеҙ ихтыяжы булып 1996 йылда асыла. Башҡорт мәктәп-интернаты 1997 йылда Красноусол башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә. Уҡыу йорто республикала абруйлы мәғариф учрежде­ниеларының береһе булараҡ танылыу яулай. 2019 йылда уға Нияз Мәжитовтың исеме бирелде. Шул ваҡыттан педагогтар коллективы арҙаҡлы ғалим исеменә тап төшөр­мәҫ өсөн бар көсөн һалып эшләй.

Бында уҡытыу һәм тәрбиә процесы өҙлөкһөҙ бара. Биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Балалар­ҙы иртәнсәк уҡытыусылар ҡаршы алып, тәғәйен дәрестәрҙә белем эстәгәс, уларға алмашҡа тәрбиәсе­ләр килә. Гимназистар тышҡа саф һауаға сыға, төрлө уйындар уйнай, ял итә, ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡат­на­ша. Тәрбиәселәрҙең даими иғти­бары солғанышында дәрес әҙер­ләйҙәр, төрлө конкурстарға әҙерлә­нәләр, түңәрәктәр эшендә ҡатнашалар.

Бөгөнгө гимназия – профилле кластар, сығарылыш уҡыусылары­ның яҡшы әҙерлеге, педагогтарҙың юғары профессиональ кимәле менән айырылып торған алдынғы уҡыу йорто. Хыялдарға ҡанат ҡуй­ған, маҡсаттарға юл асҡан, респуб­ликабыҙҙың күп кенә үҫмер­ҙәренә ҙур тормош юлында үҙ һуҡмағын табырға ярҙам иткән белем усағы ул. Уны башҡа мәктәп­тәрҙән айырып торған үҙ традициялары бар: бында “Ғафури уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конфе­рен­цияһы ойошторола, йыл да Бөтә донъя башҡорт­тары ҡорол­тайы менән берлектә “Мәжитов уҡыуҙары” үтә. Киләһе йылда, Нияз Абдулхаҡ улы Мәжи­товтың 90 йәшен билдәләгәндә, уға бағыш­ланған сараларҙы тағы ла киңерәк уҙғарырбыҙ тигән ниәттәбеҙ.

Гимназиябыҙҙы даими иғтибар­ға солғап алған шәхестәрҙе почетлы гимназист сафына алабыҙ. Был исемлектә уның тәүге директоры Дәриғәт Рәхимов, оҙаҡ йылдар гимназияны атайҙарса хәстәрләгән Фаяз Мәжитов, Рәфҡәт Фәйзуллин, Ғиниәт Ҡунафин, Ханнан Ишмыр­ҙин һәм башҡа шәхестәр бар. Ә быйылғы почетлы гимна­зисыбыҙ – Фәүзиә апай Ҡотлогилдина.

Фәүзиә апай – үҫеп килгән быуын өсөн ҙур тырышлыҡ һалған замандашыбыҙ. Ҡыйыу фекерле, сәмле, ныҡыш, тырыш, моң илсеһе булыуы менән ул беҙгә өлгө булып тора. Телебеҙҙе яратыуы, уны үҙен­сә асып бирергә ынтылыуы өсөн айырыуса яҡын күрәбеҙ уны. Уҡыусыларыбыҙҙан сәсәндәр, шиғри күңелле балалар үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүе, уларҙың ши­ғыр­ҙарын, хикәйә-яҙмаларын айырым китаптар итеп баҫтырып сы­ғарып, күп гимназия уҡыусыла­рының күңеленә ойотҡо һалған кеше лә ул. Әйткәндәй, Фәүзиә апайыбыҙҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә гимназияла тырышып уҡып йөрөй – һәр ерҙә лә өлгөрҙәр, уҡыуҙа ла һынатмайҙар. Халыҡ сәсәне Фәүзиә апай менән башҡараһы эш бихисаптыр әле, сөнки маҡсаттар бер, уйҙар уртаҡ – киләһе быуыныбыҙ рухлы, телле, моңло, аңлы, ҡотло, ғәмле һәм сәмле булһын.

Беҙҙә Ғафури районының һәр ауылынан, Ҡырмыҫҡалы, Ауырға­зы, Архангел, Белорет районынан, Межгорье, Салауат һәм Стәрлета­маҡ ҡалаларынан 500 бала һабаҡ ала. Уларға 65 уҡытыусы һәм тәрбиәсенән торған коллектив белем һәм тәрбиә бирә.

Гимназияның төп үҙенсәлеге – тәрбиә процесының халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре, йолалары, мәҙәниәте менән үрелеп барыуында. Уҡыу йорто тотороҡло педагогтар коллективы, уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Беҙ республикала иң берен­селәрҙән булып “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проектына ҡушылдыҡ: бөгөн гимназияла дүрт спорт класында йүнәлешле һәм һөҙөмтәле эш алып барыла.

XXI быуат – яңы мәғлүмәт технологиялары һәм мәғариф өл­кәһендә ҙур мөмкинлектәр тыу­ҙырған заман булыуын иҫәпкә алып, быйыл гимназиябыҙ “Заман мәктәбе” федераль проектына инде. Һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылып, өс кабинет йыһазландырылды, белгестәр әҙерләнде һәм маҡсатлы эш башланы. Мәктәптең матди-техник базаһы квадрокоптер, 3D принтер, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса тренажерҙар һ.б. хәҙерге заман йыһазы менән тулыланды.

Сифатлы белем биреү менән бер рәттән, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүгә гимназияла бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Бында “Быҙыбыт” (етәксеһе – И.Х. Хәбибуллин), “Төлкәҫ”, “Айгүзәл” (етәксеһе – А.Ф. Буранова) өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре, “Айҙарман”, “Етегән”, “Наҙ” вокал (етәксеһе – Д.Ғ. Абдуллина), ҡурай (етәксеһе – Р.М. Ҡотдосов) ансамблдәре уңышлы эшләй. “Һарыҡты кем ашаған?” КВН командаһы яңынан-яңы үрҙәр яулай. “Батыр” спорт клубында көрәштең төрлө төрҙәре буйынса күнекмәләр алып барыла. Волейбол, баскетбол секцияларына, шахмат түңәрәгенә балалар күпләп йөрөй. Быйыл беҙҙә Шайморатов кластары ла асыла.

Былтыр октябрь айында Баш­ҡорт­остан юлдаш телевидениеһы ҡарамағында гимназиябыҙҙың “Нөктә ТВ” телестудияһы эшләй баш­ланы. Уның етәксеһе – тәр­биә­се Лариса Рәхимова. Ә уҡыу­сы­быҙ Иршат Дауытов мәктәптә өйрәнгән бөтә телдәрҙе лә һыу ке­үек эсә. Республиканың шәп ҡурай­сыһы, бейеүсеһе тип танылды.

Гимназиябыҙ районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып “Мәғариф” милли проекты буйынса Федераль капиталь ремонт үткәрелгән мәктәп­тәр исемлегенә индерелде һәм киң төҙөкләндереү эштәре йәйелде­релде. Подрядсы ЯСО “ВентСервис” эшкә бик яуаплы ҡарай һәм  1 сентябргә яңыртылған гимназия-интернат үҙенең ишектәрен асыр  тигән өмөттәбеҙ. Быйыл беренсе кластарға 56 уҡыусы килә. Тәүге тап­ҡыр психолог-педагог штаты бул­дырыла. Кескәй генә көйө ата-әсә­һенән айырылып уҡыған балалар өсөн был – ҙур ҡыуаныс һәм ярҙам.

Гимназиябыҙ депутаттар Динар Ғилметдинов, Рөстәм Ишмөхә­мәтов һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың даими хәстәрлегендә йәшәй. Ысын ир-егеттәрсә һүҙҙәрен эштәре менән үреп алып барған рухлы етәкселәребеҙгә ҙур рәхмәт!

Ҡыҫҡаһы, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты – матур, нурлы белем утрауы. Уның сағыу ҡояшы, наҙлы һауаһы бар кеүек. Уҡыусыларға ҡыуанып уҡырға, уҡытыусыларға кинәнеп эшләргә бөтә мөмкинлектәр ҙә тыуҙырыл­ған. Яңы уҡыу йылында ла ҙур уңыштарға өлгәшергә яҙһын.

- Гөлсөм МОНАСИПОВА

Читайте нас