Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2022, 12:00

Һөйөнсө: ауыл хужалығы мәктәбе асылды!

Ауыл хужалығы тармағына белгестәрҙе мәктәп эскәмйәһенән әҙерләй башлаясаҡтар.

Һөйөнсө: ауыл хужалығы мәктәбе асылды!Һөйөнсө: ауыл хужалығы мәктәбе асылды!
Һөйөнсө: ауыл хужалығы мәктәбе асылды!

Кисә, Белем көнөндә Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылы урта мәктәбе нигеҙендә Башҡортостанда беренсе ауыл хужалығы мәктәбе асылды. Проект “Калинин” исемендәге ауыл хужалығы компанияһы, шулай уҡ республиканың Ауыл хужалығы һәм Мәғариф министрлыҡтары, Башҡортостан дәүләт аграр университеты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

– Ауыл хужалығы тармағы бөгөн әҙерлекле кадрҙарға мохтаж. Был осраҡта мәктәп эскәмйәһенән эш башларға кәрәклеген аңлайбыҙ. Республиканың иң көслө ауыл хужалығы предприятиеларының етештереүҙе киңәйтеүгә генә түгел, ә ауыл хужалығы тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүгә лә, стратегик ҡараш һәм алыҫ пландар күрһәтеүгә лә аҡса һалыуы ҡыуаныслы, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Ауыл хужалығы мәктәбенең уҡыу программаларын әҙерләүҙә һәм координациялауҙа Башҡортостан дәүләт аграр университеты белгестәре ҡатнашасаҡ. Уҡыусылар өсөн юғары уҡыу йорто биләмәһендә лаборатор һәм баҫыу тикшеренеүҙәре алып барылған дәрестәр ҡаралған.

- Аграр мәктәп кластарының белем биреү программаһы ауыл хужалығы технологияларынан алып техник ижадҡа тиклем бөтә йүнәлештәргә ҡағыласаҡ. Балалар ботаника, экология, зоология, малсылыҡ, механизация, агротехнология буйынса тәрәнерәк белем ала аласаҡ, — тине тантаналы сарала ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы мәктәбе «Агрокласс» проектының терәк үҙәге буласаҡ. Ауыл хужалығы тармағына белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә, ауыл хужалығы мәктәбен һәм махсуслаштырылған ауыл хужалығы кластарын тамамлаусылар өҫтөнлөккә эйә булыр тип планлаштырыла.

«Калинин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — һөт етештереү, иген һәм иген культуралары үҫтереү менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиеһы. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ һәм Бишбүләк райондарында һөтсөлөктө үҫтереү буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра.

Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Һөйөнсө: ауыл хужалығы мәктәбе асылды!
Һөйөнсө: ауыл хужалығы мәктәбе асылды!
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас