Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2022, 04:55

Яңы мәктәптәрҙә – яңы үрҙәргә

Республикала федераль программаға ярашлы 63 мәктәп ремонтлана.

Хәйбулла районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.Хәйбулла районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото:Хәйбулла районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Билдәле булыуынса, 2022–2026 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Республикала урынлашҡан белем усаҡтарының 365 бинаһы ошо программаға инә. Быйыл 63 мәктәп төҙөкләндерелә, киләһе йылда ике тапҡырға күберәк – 134 белем усағы яңы төҫ аласаҡ. Шулай итеп, ике йылда 197 мәктәп бинаһы ремонтланасаҡ. Башҡортостан Республикаһы раҫланған объекттар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә.

 

Намыҫһыҙҙарға урын булмаҫҡа тейеш

 

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров респуб­ликаның мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән мәктәп­тәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге хаҡында һөйләште.

– Беҙҙә ҡайһы бер проблемалы объекттар бар, уларҙы уҡыу йылы башына түгел, ә һуңыраҡ сафҡа индерәсәкбеҙ. Был мәсьәләне уҙған оператив кәңәшмәлә тикшерҙек. Бөгөн ошо объекттар буйынса хәл­дең нисек булыуын һәм үҙе уҡыған мәктәпкә бара алмаған уҡыусылар өсөн уҡыу процесының нисек ойошторолоуын ишетергә теләйем, – тип мөрәжәғәт итте Андрей Назаров мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға.

Башҡортостан Республика­һы­ның мәғариф һәм фән министры мәктәп системаһын яңыртыу буйынса программаның үтәлеше ме­нән таныштырҙы. Ул билдәләүенсә,  капиталь ремонт буйынса федераль программаға ярашлы ремонт­ланған 63 мәктәптең туғыҙы август аҙағына тиклем үк файҙаланыуға тапшырылып, улар тулыһынса ҡабул ителгән ине. Тағы 40 объект августың һуңғы көндәрендә әҙер булды.

Ҡалған 14 объекттың һигеҙендә ремонт эштәре 4 сентябрҙән 10-ына тиклем тамамлана, ләкин мәғариф һәм фән министры оператив кәңәшмәлә айырып билдә­ләгән алты объектта “Гармония-Л”, “Филком”, “Регион-Өфө” компаниялары  алып барған ремонт эштәренең ваҡытында тамамланмауы ихтимал, тигән хәүеф бар. 

– Һәр мәктәп бинаһы буйынса тулы мәғлүмәткә эйәбеҙ. Был белем усаҡтарының алтауһында ла 1 сентябрҙән белем биреү процесы ойошторола, – тип һөйләне Айбулат Хажин. – Йылы аш менән тәь­мин итеү, шул иҫәптән башланғыс класс уҡыусылары, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалид балалар һәм V – XI класс уҡыусылары өсөн бушлай ашатыу ойошторола, – тип өҫтәне ведомство етәксеһе.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡайһы бер ойошмалар “Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәт­тәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында” 44-се Федераль законға ярашлы төҙөлгән килешеүҙә күрһәтелгән бурыстарына намыҫһыҙ ҡараны.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, теүәл, яҡшы эшләгән ойошмаларҙың күпселеге ремонт эштәрен 25 авгусҡа тиклем тамамланы һәм объекттарҙы августың тәүге декадаһында тапшырҙы, – тине Айбулат Хажин. – Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын объект­тарға инспекция менән сығыуҙы ойошторҙо. Бынан тыш, депутаттар корпусы ла ярҙам итте, улар был эшкә үҙ вәкилдәрен бүлде. Беҙ һәр муниципалитетта ата-әсәләр комитеттары тарафынан йәмәғәт контролен ойошторҙоҡ, – тип өҫтәне ведомство етәксеһе.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры, бер мәктәптә лә белем биреү процесы туҡтатыл­май, балалар уҡытыласаҡ, тип билдә­ләне. Ә республика Хөкүмәте Премьер-министры социаль объ­ект­тарға бәйле ремонт, төҙөлөш эш­тәренә намыҫһыҙ подрядсы­ларҙы яҡын юлатмау зарурлығын билдәләне.

– Беренсенән, төҙөлөш блогына килгәндә, кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Һатып алыуҙар үткәргәндә муниципаль кимәлдә бик көсһөҙ ойошмалар еңә, һуңынан улар мәктәп биналарын төҙөү һәм ремонтлау ваҡытын теүәл үтәмәй, был әле һөйләгән эҙемтәләргә килтерә. Бәхеткә күрә, ундайҙар күп түгел. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, быға юл ҡуйырға ярамай, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ көньяҡ-көнсығыш төбәккә, сентябрҙә сафҡа индереү план­лаш­тырылған Иҫке Сибай мәктә­бенә лә иғтибарҙы йүнәлтте.

– Үткән аҙнала унда булдым, ҡа­ра­ным. Мәктәпте сафҡа индер­гәндән һуң, бушаған алты авто­бусты Сибайҙың Алтын ҡасабаһы ҡарамағына бирергә кәрәк, ундағы балалар ҙа уңайлы шарттарҙа йөрөп белем алырға тейеш. Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улына Алтын ҡаса­баһында башланғыс кластар өсөн мәктәп төҙөү мәсьәләһе зарурлы­ғын еткерергә кәрәк. Бәләкәй бала­ларҙы башҡа мәктәптәргә йөрөтөп уҡытыу хәүефле, балаларға – уңайһыҙ, ә ата-әсәләрҙә борсолоу уята. Шуға күрә Иҫке Сибайҙа мәктәп асылғас, Алтын ҡасабаһын­да төҙөлөш башлауҙы ла күҙ уңын­да тоторға кәрәк буласаҡ, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры. 

 

Маҡан мәктәбе хәҙер ныҡ матур!

 

1 сентябрҙә Хәйбулла районы­ның Маҡан ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен асты. Шулай итеп, 111 уҡыусы һәм 18 уҡытыусы яңы уҡыу йылын заманса шарттар булдырылған белем усағында башланы.

Билдәле булыуынса, бинаны капиталь ремонтлау өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙ бурысын үтәгән. Һөҙөм­тәлә уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртыл­ған сағыу, заманса мәктәп ҡаршы ала, сөнки элекке бинанан стеналар ғына ҡалған, тип әйтергә мөм­кин.

1961 йылда төҙөлгән мәктәп күптән ремонтҡа мохтаж ине. Бина һыуыҡ булған, капиталь ремонт үткәрелмәгән, электр уты селтәре, елләтеү системаһы ла иҫкергән. Класс бүлмәләре санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән. Фе­дераль ҡаҙнанан бүленгән аҡ­саға фасад йүнәтелгән, ҡыйыҡ, тәҙ­рәләр өлөшләтә алмаш­ты­рылған, иҙәндәр, түшәмдәр ремонт­ланған, биҙәкләү эштәре башҡа­рылған, электр менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, елләтеү системаһы ҡоролған, һыу һәм канализация селтәре, ишектәр яңыр­тылған. Бөтә эштәр ҙә уҡыу процесына ҡамасауламай башҡарыл­ған.

Бинаны ремонтлауҙан тыш, йыһазландырыуға ла аҡса бүлен­гән: парталар, ултырғыстар, йом­шаҡ мебель, ашхана өсөн йыһаз, спорт ҡорамалдары, компьютерҙар, проектор һәм тормош хәүефһеҙ­леге нигеҙҙәре кабинетына ҡора­малдар һатып алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар көн һайын мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрө­һөн өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: 2022–2026 йылдарға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһаз­ландырыу буйынса федераль программаға ярашлы, быйыл ил буйынса 1300 мәктәп ремонтлана, ә 2026 йыл аҙағына был һан 7300 тәшкил итәсәк. Ошо маҡсатҡа 418 миллиард һум аҡса бүленә. Программа мәктәп инфраструктураһын яңыртыуҙы ғына түгел, уҡытыусы­лар әҙерләү һәм уларҙың ква­ли­фикацияһын камиллаштырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Уның һөҙөмтәһендә уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса белем биреү мөхите булдырыласаҡ, ул балаларҙы уҡырға, ижад итергә һәм таланттарҙы үҫтерергә дәрт­лән­дерәсәк.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас