Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2022, 08:00

20-се башҡорт гимназияһы федераль грант алды!

Милли уҡыу йортонда ниндәй берләшмә булдырыласаҡ?

20-се башҡорт гимназияһы федераль грант алды!20-се башҡорт гимназияһы федераль грант алды!
20-се башҡорт гимназияһы федераль грант алды!

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

"20-се гимназия “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты грантына лайыҡ булды! Рәсәй Мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы ҡарары буйынса, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы проекты еңеүсе тип билдәләнде һәм 2 600 000 һумлыҡ финанс ярҙамы аласаҡ", – тип һөйөнөслө хәбәр еткерҙе директор.

Шулай итеп, 2023 йылда гимназияла “ИЗГЕЛЕК” ата-әсәләргә психологик-педагогик йәһәттән ярҙам итеү берләшмәһе булдырыласаҡ, йәғни проект буйынса ҡаралған сараларҙы коллектив менән бергә тормошҡа ашырыу бурысы тора. Аҡса гимназия өсөн кәрәкле заманса ҡорамалдар, йыһаздар алыуға һәм уҡытыусыларға эш хаҡы түләүгә йүнәлтеләсәк.

Р. Мусина фотоһы һәм "vk.com" сәхифәһенән.

20-се башҡорт гимназияһы федераль грант алды!
20-се башҡорт гимназияһы федераль грант алды!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас